

Ир кереп китте бының бүлмәһенә. Ҡатыны кире алып сығып та китмәксе инее лә, «яңы ҡатыны» рөхсәт бирмәне. Хәҙер йәш ҡатын балаһын яңғыҙ таба, ә ир йыуаш, баҙар ҡатынынан китә лә алмай.
* * *
Малай менән баҡсанан ҡайтып барабыҙ. Ул һанай:
— Алия, Милана, Валерия, Натали, Катя…
— Нимә һанайһың, улым?
— Беҙҙәге ҡыҙҙарҙы. Мин шуларға өйләнәм.
Мин быға аңлата башланым. Беҙҙә бер генә ҡыҙға өйләнергә кәрәк, ә күп ҡыҙға өйләнеү ғәрәп илдәрендә генә бар, тим. Ул уйланып барҙы-барҙы ла:
— Ә бәлки беҙ шунда күсеп китербеҙ?
* * *
Автобусҡа кергәйнем — халыҡ тып-тын. Бер кем дә һөйләшмәй ҙә, телефондарға ла әкрен генә яуап бирәләр. Был ни хәл икән тип уйлаһам, кондуктор йоҡлап киткән икән. Бер кемдең дә уны уятаһы килмәй…
* * *
Үҙ ғүмеремдә ирҙәрҙән иң матур комплиментты мин баҙарға ит алырға барғас ишеттем. Ике метр оҙонлоғондағы, ат ҡәҙәр иргә иттең бер өлөшөн биреүҙе һорағас, ул былай тине:
— Һеҙҙең кеүек һылыу ҡыҙ өсөн мин бөтә донъяны сабып әйләнергә әҙер!
* * *
9-сы класта уҡығанда булды был хәл. Класс етәксеһе итеп йәш кенә ҡыҙҙы тәғәйенләнеләр. Был беҙҙең менән таныша, һуңынан һорау бирҙе:
— Һеҙ ҡайҙа эсәһегеҙ?
Беҙ инде һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Аҙаҡ башта берәү, аҙаҡ икенсеһе әйтә башланы. Үҙ кеше бит инде, йәштәшебеҙ тиерлек — нигә ҡурҡырға?
— Урамда.
— Ихатала.
— Подъезда.
— Раздевалкала.
Уҡытыусы ҡыҙҙың күҙҙәре ҡыҙарып сыҡты, ҡалтыранған тауыш менән:
— Мин ниндәй һыу эсәһегеҙ тип һораған инем…
Мәктәп директоры крандан һыу эсмәһендәр тип әйтергә ҡушҡан булған икән…
* * *
Бала 3 йәшендә шкаф эсенә йәшеренеп уйнай башланы. Тыны бөтөп үлеп ҡуймаһын тип ҡурҡам, төрлөсә әйтеп ҡараным — тыңламай. Аҙаҡ шкафта ҡурҡыныс ағай бар, керһәң, шул алып китә тип әйттем.
Кис ирем ҡайтты, ашарға ултырҙыҡ. Йоҡо бүлмәһенән ҡыҙ сыҡты ла минән һорай:
— Ә шкафтағы ағай киттеме инде?
Иремә көс-хәл менән нисек булғанын аңлаттым. Тәмам ышандырып бөтөрә лә алманым буғай әле.