+16 °С
Облачно
Көләмәстәр
28 Сентября , 07:10

Көлгәнгә – көлкө

– Бәләкәй саҡтағы берәй хыялығыҙ тормошҡа аштымы?– Ашты, апайым сәсемдән тартҡан һайын, пеләш бул­һам ине, тип хыяллана торғайным. ***Судья:– Ғәйепләнеүсе, һеҙ нишләп йүнһеҙ әҙәмдәр тирәһендә уралаһығыҙ?– Йүнһеҙ, тип ни... Һуңғы арала аралашҡан кеше­ләрем – адвокат, судья ла прокурор, полиция хеҙмәт­кәрҙәре.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Атай, һин ҡайҙа тыуҙың?
– Бөрйәндә, улым.
– Әсәйем ҡайҙа тыуған?
– Баймаҡта.
– Ә мин?
– Өфөлә.
– Ҡыҙыҡ, өсөбөҙ өс ерҙә тыуғанбыҙ. Нисек осрашып, дуҫлашып өлгөрҙөк икән?!

***
– Әсәй, һөт һалынған феләккә сысҡан төшкән!
– Төшһә, ни хәл итәһең? Сысҡанын алып ташланыңмы һуң?
– Юҡ, ҡурҡтым. Сысҡан тотһон тип, бесәйҙе лә феләк эсенә ташланым!

***
– Уҡыу йортона ингәндә, ниндәй сит телдән имтихан бирергә теләйһегеҙ, – тип һорайҙар абитуриенттан.
– Миңә барыбер, хет япон йәки ҡытай теле.
– Бөтә телдәрҙе лә шулай яҡшы беләһегеҙме?
– Береһен дә белмәйем!

***
– Ирегеҙ алтын кеше ине, иртә үлеп харап булған.
– Эйе. Икенсе ирем дә шулай ти.
***
– Мин үҙем тураһын әйтергә яратам.
– Ә нимә яратмайһың?
– Тура әйткәнде.

***
– Ғәләүҙең кәләше биш тел белә икән!
– Үәт, бәлә! Минең ҡатын бер генә телдә һөйләшһә лә һорауҙарына яуап биреп өлгөрмәйем!

Автор:
Читайте нас