

– Депозит нәмә ул?
– Тимәк, һинең аҡсаң бар, тик һинең өсөн ул юҡ.
– Улайһа, кредит нәмә була?
– Кеҫәң таҡыр булһа ла байҙар кеүек йәшәйһең.
***
– Кейәүгә сыҡҡас, ҡатындарҙың ишетеү һәләте көсәйә икән.
– Ҡайҙан беләһең?
– Минеке картаға аҡса килгәнен дә ишетеп тора!
***
– Бер ҙә һимермәйем, ҡәҙерлем. Күрәһеңме, бынауҙы ун йыл элек алғайным, һаман ярай! Шарф булһа ни, барыбер кейем иҫәбенә инә!
***
Күршем шул тиклем теүәл кеше – йыл һайын бәрәңгене ике тоҡ ултырта, һуңынан ике тоҡ ҡаҙып ала – бер бөртөгөн дә әрәм итмәй.
***
– Күршенең тауыҡтары баҡсабыҙға кермәй башланы.
– Ә мин төндә егерме йомортҡаны түтәлдәргә һалып сыҡтым да, иртән, күршенең күҙ алдында, уларҙы йыйып алдым.