+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Ғинуар 2018, 16:27

Әсәй, борсолма!..

("Һәнәк", № 12, 2017)Мәғрифә, ғәҙәттәгесә, киске һауала күршеләре менән гәп һатып ултыра ине, улар эргәһeнән ҡолондай уйнаҡлап, яҡшы аттай фыртайып, ҡупшы итеп кейенгән бер ханым, йылп итеп үтте лә, арыраҡ торған сит ил машинаһына барып ултырҙы. Машина ҡуҙғалып китә башланы.

"Һәнәк", № 12, 2017.

Мәғрифә, ғәҙәттәгесә, киске һауала күршеләре менән гәп һатып ултыра ине, улар эргәһeнән ҡолондай уйнаҡлап, яҡшы аттай фыртайып, ҡупшы итеп кейенгән бер ханым, йылп итеп үтте лә, арыраҡ торған сит ил машинаһына барып ултырҙы. Машина ҡуҙғалып китә башланы.

Шул мәл Мәғрифә теге еңел автомобилде үҙенең кейәүенеке икәнен шәйләп ҡалды. Ул ҡапыл урынынан һикереп торҙо ла, өйөнә йомолдо. Йыш-йыш тын алып, ҡыҙының телефон һандарын йыйҙы. Ҡыҙы телефонды алғас, Мәғрифә әле ни күреүен теҙеп һөйләне лә бирҙе. Сымдың теге осонан ҡыҙының:

– Әсәй, ҡан баҫымың күтәрелер бит, һин юҡҡа борсолма, кейәүең эргәһендә мин дә елеп кенә китеп барам ул, – тигән тыныс тауышы ишетелде.

– Ниңә әсәйеңде алдайһың, мин һиңә өй телефоныңа шылтыратам бит, – тине Мәғрифә, асыуланып. Артабан ни булғанын тарих белмәй...


Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Читайте нас: