+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Февраль 2018, 11:33

КИРБЕС

Логиканан имтихан.Профессор:– Самолет бортында 500 кирбес бар. Береһе ос­ҡанда төшөп ҡалған. Бортта нисә кирбес тороп ҡалған?Студент:– Һорау еп-еңел! 499!– Дөрөҫ! Сираттағы һо­рау.

Логиканан имтихан.

Профессор:

– Самолет бортында 500 кирбес бар. Береһе ос­ҡанда төшөп ҡалған. Бортта нисә кирбес тороп ҡалған?

Студент:

– Һорау еп-еңел! 499!

– Дөрөҫ! Сираттағы һо­рау. Филде өс алымда нисек һыуытҡысҡа урынлаш­тырырға?

– 1. Һыуытҡысты асырға. 2. Унда филде урынлаш­тырырға. 3. Һыуытҡысты ябырға.

– Артабан. Боланды дүрт алымда һыуытҡысҡа нисек урынлаштырырға?

– 1. Һыуытҡысты асырға. 2. Унан филде сығарырға. 3. Боланды һалырға. 4. Һыуытҡысты ябырға.

– Шәп! Йәнлектәр батша­һы арыҫландың тыуған көнө. Уны ҡотларға бөтә йәнлектәр ҙә килгән. Бе­реһе генә килмәгән. Ни өсөн?

– Сөнки болан әле булһа һыуытҡыста.

– Бик шәп! – ти профессор. – Артабан киттек. Крокодилдар мыжғып торған һаҙлыҡ аша әбей сыға аламы?

– Әлбиттә, сыға ала! Сөнки бөтә крокодилдар ҙа арыҫландың тыуған кө­нөн байрам итергә киткән.

– Яҡшы! Ә хәҙер һуңғы һорау. Әбей буш һаҙлыҡ аша сыҡҡан, ләкин ул барыбер үлгән. Уның менән ни булған?

– Э-э-э… Бәлки, йөрәк өйәнәгелер?

– Юҡ шул! Уға кирбес төшкән. Иҫеңдә булһа, самолеттан төшөп ҡалған кирбес. Күгәрсенкәйем, бер аҙнанан имтиханыңды яңынан тапшырырһың!

Ф. АБУТАЛИПОВ.


"Һәнәк", № 1, 2018 й.

Читайте нас: