Тараҡ – пеләш түрәгә 23 февралдә үҙенсәлекле бүләк.
Киске яңылыҡтар “Хәйерле кис!” тигән һүҙҙәр менән башлана, шунан һуң уның былай түгел икәнен һөйләйҙәр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шешәләргә ҡот осҡос этикеткалар йәбештерергә тәҡдим итмәксе. Иҫәрҙәр… Әллә улар кешеләр араҡыны этикеткаһын ҡарарға ала тип уйлаймы икән?
Ҡатындар менән түрәләрҙең принцибы бер: мин етәкселек итәм, әгәр берәй нәмә булһа, һин яуап бирәһең.
СССР осоронда мин йәш, сәләмәт, шәкәр ҡомо алыр өсөн сиратта 5 сәғәт буйы тора ала инем. Ә хәҙер? Супермаркет кассаһына сиратта өс кеше булһа ла аҡырырға тотонам:
– Икенсе кассирҙы саҡырығыҙ!
– Һеҙҙә эштә йоҡларға яраймы? Ә мин эшкә иҫереп килгәс, рәхәтләнеп йоҡо һимерттем.
– Ә һин кем булып эшләйһең?
– Хәҙер бер кем булып та түгел.
– Һин ни өсөн төрмәгә эләктең?
– Ниңә бик тиҙ сығарҙылар?
– Мин сәйәхәт итергә теләйем.
– Ит һуң, нимә ҡамасаулай?
Иҡтисад тураһында һүҙ барғанда сығымдар алдында туҡтап ҡалмайҙар.
– Айыуханов, һин эштән бушатылдың!
– Бушатылдым? Сәйер, ә мин ҡолдарҙы һаталар икән, тип уйлай инем.
Етте эшләү! Был ялҡауҙарҙың тойғоларын мыҫҡыл итә.
Белмәйем, унда, баш ҡалала, нисектер, әммә беҙҙә 1947 йылда төҙөлгән йорттарҙың урам яҡ стенаһын күңел күтәрә торған буяуға буяйҙар.
Айҙың иң яҡшы хеҙмәткәре исемлегендә беренсе булғансы, миллиардерҙар исемлегендә иң һуңғы булыу яҡшыраҡ.