0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Март 2018, 13:28

ИРҘӘРҘЕҢ ЕНЕН ҠУҘҒАТҠАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҘЫҢ ҒӘҘӘТТӘРЕ

Ундай ҡатындар...*Һәр ваҡыттағыса иртәнге алтыла ҡайтһаң, киләсәкте күҙаллап һығымталар яһай...

*Һәр ваҡыттағыса иртәнге алтыла ҡайтһаң, киләсәкте күҙаллап һығымталар яһай.
*Сүкеште йәки дрелде бер ваҡытта ла урынына ҡуймай, ҡайҙа һуҡҡан йәки тишек тишкән, мотлаҡ шунда ҡалдыра.
*Сәсен киҫтергәс, серле ҡиәфәт менән ултыра. Һинең бәхеттән һушыңды юғалтып йығылыуыңды йәки, һис юғы, үҙендәге үҙгәреште күреүеңде теләй. Йәнәһе, быларҙың барыһы ла һинең өсөн!
*Уның һәр ваҡыт көнбағыш майы һәм кер йыуыу порошогы бөтә. Өйҙә бер үк ваҡытта кер йыуыу порошогы ла, көнбағыш майы ла булғаны юҡ әле.
*Ни өсөндөр кәнфит эслегенең төҫөн ҡарай. Йәнә ниндәйҙер һығымталар яһай. Мәҫәлән, эслек һары булһа, был айырылышыуға.
*Руль артына ултырһа, аҙналар буйы “ручник”ты ысҡындырмай.
*Бер нәмә лә әйтмәй, ләкин даими рәүештә үҙе ашағандан һуң һауыт-һабаны йыуып ҡуя. Иҙәнде лә.
*Фотоға төшөрөргә теләһәң, мин иҫке-моҫҡоламын, ти, ә башында ҡиммәтле бүрек.
*Ҡунаҡта ни тураһында ғына һөйләмәһендәр, иренә ҡарап: “Беҙгә ҡайҙа инде ул!” – ти.
*Етлекмәй тыуған ир менән йәшәй, уның менән бер нәмә хаҡында ла һөйләшеп булмай.
В. ИСЛАМҒОЛОВ.
Читайте нас: