-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
13 Март 2018, 15:14

Хата

Туҡталышта студент троллейбус көтөп тора. Офоҡта йәмәғәт транспорты күренгәс, күҙе ике кешегә төшә. Ҡулына торт тотоп, йән-фарман йүгереүсе әзмәүерҙәй егетте мент баҫтыра. Студент тәртип һағында уяу тороусыларға ярҙам итмәксе була. Оҙаҡ уйлап тормай, янынан үтеп барыусы егеткә аяҡ сала. Теге, әлбиттә, ҡолай. Ҡаптағы торт бутҡаға әйләнә. Ә мент?

Хата
Туҡталышта студент троллейбус көтөп тора. Офоҡта йәмәғәт транспорты күренгәс, күҙе ике кешегә төшә. Ҡулына торт тотоп, йән-фарман йүгереүсе әзмәүерҙәй егетте мент баҫтыра. Студент тәртип һағында уяу тороусыларға ярҙам итмәксе була. Оҙаҡ уйлап тормай, янынан үтеп барыусы егеткә аяҡ сала. Теге, әлбиттә, ҡолай. Ҡаптағы торт бутҡаға әйләнә. Ә мент? Дөрөҫ, ҡайҙалыр ашыға. Ул ултырыу менән ишектәр ябыла. Тортынан да яҙған, троллейбустан да тороп ҡалған әзмәүер студентты һуғып осора...
Дөрөҫөн әйткәндә, был хәл йәш саҡта минең үҙем менән булды. Мин уны таныш-белештәргә әле булһа студент исеменән һөйләйем. Ҡабат хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышам.
Моңаяһыңмы?
Өйҙә ултырам, электрогитараны араҡы менән ышҡыйым. Ул майлы таптарҙы һәйбәт таҙарта, лакты ла боҙмай. Бер ыңғай кухнянан алып килгән кәнфитте лә ашайым. Гитараны таҙартып бөткәс, уны һөйәп ҡуйҙым. Комп алдына ултырыуым булды, бүлмәгә әсәйем инде. Бер килке өндәшмәй торҙо. Өҫтәлдә – араҡы шешәһе, кәнфит.
– Моңаяһыңмы, улым?
Б. ҒИЛМЕТДИНОВ.
Читайте нас: