– Егеттәр, тынысланыуығыҙҙы һорайым! – Сая ҡыҙ сағыу тауыш менән ҡысҡыра. Уға 18 йәш, студент, комсомолка, һылыу. Үткән быуаттың етмешенсе йылдар аҙағы. Ҡыҙ төркөм тынысланғас, һүҙен дауам итә:
– Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә вокзалға буш шешәләр йыйырға барабыҙ!
Төркөм ризаһыҙлыҡ белдереп геүләй, буласаҡ юристар – беренсе курс студенттары юҡ-бар өсөн ваҡыттарын әрәм итергә уйламай ҙа.
– Улайһа, мин үҙем генә барам, һеҙгә оят булыр!
Барыһы ла түгел, шулай ҙа күбеһе уның саҡырыуына ҡушыла.
Иртәгәһен, лекцияларҙан һуң, бөтә төркөм алдында ул тантаналы шарттарҙа ҡағыҙға төрөп Бека исемле егеткә ҡарҙай аҡ күлдәк тоттора.
– Тот, Бектурсун, был беҙҙең бөтәбеҙҙән һиңә тыуған көнөңә бүләк.
Бека ҡыҙара, тартынып йылмая, үҙен ҡотлаусыларҙың һәр береһенә “рәхмәт” тип мығырлай һәм көтмәгәндә курсташтарын аптыратып, бүлмәнән сығып йүгерә… Төркөм уны тәҙрәнән күҙәтә: Бека бүләкте күкрәгенә ҡыҫып, аллея буйлап атлай, әллә оялыуҙан, әллә бәхеттән атылып сыҡҡан тыңлауһыҙ күҙ йәштәрен һөртә. Был уның тыуған көнөнә алған беренсе күлдәге була.
Ул йылда ла 8 Март ғәҙәттәгесә башланды. Ҡатынымды ҡултыҡлап, ҡәйнәмде байрам менән ҡотларға судҡа киттек. Беҙ килгәндә уның кабинеты сәскәләр һәм открыткалар менән тулғайны инде. Мин сәскәләргә һоҡланып баҫып торам, сөнки бер юлы был хәтлем гөлләмәне күргәнем юҡ ине әле. Шунда “Беканан” тип яҙылған открыткалы матур гөлләмәгә күҙем төштө.
– Бека кем ул? – тип һораным ҡәйнәмдән.
– Күрше райондың прокуроры, беҙ уның менән институтта бергә уҡыныҡ.
Һуңынан ҡатыным миңә Бека хаҡында һөйләне. Ул үҙен белә-белгәндән бирле әсәһе йыл да 8 Мартҡа раузалар гөлләмәһе һәм “Беканан” тигән открытка ала икән.