– Лена, һин балаларыңды 8 Март менән ҡотланыңмы? Һинең ҡыҙмы әле?
– Ҡыҙ менән малай. Ҡыҙымды ҡотланым, онлайн уйынсыҡҡа 500 тәңкә бирҙем, күңеленә оҡшағанын үҙе һайлап алһын.
– Ҡустыһы апаһын нисек ҡотланы?
– Бөгөн һинең өсөн иҙән йыуам, тине.
– Шәп! Минең ҡусты ла бала саҡта миңә ошондай бүләк бирә торғайны.
8 Март алдынан магазинда башҡа әйберҙәр менән бергә ҡаплы кәнфит тә һатып алдым. Ҡаптың тышына бөҙрә сәсле мөләйем ҡыҙ төшөрөлгән. Етеһендә өлкән класта уҡыусы улыма, берәйһен ҡотларһың, тип бирҙек. Кис һорашабыҙ.
– Беҙ, дүрт малай, ашханала ултырып, кәнфиттәрҙе үҙебеҙ ашаныҡ! Шул тиклем тәмле булды!
14 февраль… 23 февраль… 8 Март… Әйҙәгеҙ, уларҙы бер байрамға берләштерәйек: Ватанды һаҡлаусыларға ғашиҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө!
Ҡатыныма 8 Мартҡа ҡәһүә сынаяғы һатып алдым да, уға телевизорға касса чегын беркеттем. Хәҙер һөйөклөм уны ҡулына алырға ла ҡурҡа…
Ни өсөн 23 февралдә ҡырыныу күбеге һәм трусиктарға хаҡ артмай, ә 8 Мартта сәскәләргә хаҡ ике мәртәбә арта?
– Ҡәҙерлем, һин миңә 8 Мартҡа бүләк алдыңмы?
– Ә ул миңә оҡшармы икән?
– Оҡшамаһа, миңә бирерһең, мин күптән ундай спиннинг тураһында хыяллана инем.
Ике наркоман төтәтеп ултыра. Береһе әйтә:
– Ниңә бөгөн һинең кәйефең юҡ?
– 8 Мартҡа ҡыҙыма ни бүләк итергә лә белмәйем.
– Ә ҡыҙыңдың 8 Марты ҡасан һуң?
– Егеттәр, әйтегеҙ әле, ни өсөн һеҙ беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, сәскәне һирәк бүләк итәһегеҙ?
– Ә һеҙҙең беҙгә һыра бүләк иткәнегеҙ бармы һуң?
Һәр ҡатын-ҡыҙ машинаға идара итергә ярата, бигерәк тә руль артында ире булғанда.
– Аҡылдан шаштыңмы әллә, был ниндәй бүләк?
– Һин нимә теләйһең? 23 февралгә нәскиҙәремде яманың да, өр-яңы булдылар, тинең. Бөгөн мин бысаҡтарҙы үткерләнем, магазиндан әле генә алып ҡайтҡан кеүектәр.
Иң хәйләкәр ҡатын-ҡыҙҙар – хәрби ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың ике байрамы бар: 23 февраль һәм 8 Март.
Ҡатын-ҡыҙҙар бүләк ителмәгән раузаларҙы бүләк ителгәндәренә ҡарағанда оҙаҡ хәтерләй.