Больничныйымды яптырырға тип табип кабинетында ултырам. Ул анализдарымды ҡарағанда шәфҡәт туташы инде.
– Лена, ни эшләп йөрөйһөң? – тип һораны табип. – Һин отпускыла түгелме һуң?
– Эйе, мин ялда, – тип яуапланы шәфҡәт туташы.
– Улайһа, ниңә ял итмәйһең, бында буталып йөрөйһөң?
– Мин бер ярым ставкаға эшләйем бит. Ставканан ял бирҙеләр, әле ҡалған ярты ставкаға эшләйем.
– Ярты ставкаңа мартта ял итерһең, тинеләр.
Бынағайыш, бер ярым ставкаға эшләһәң, шулай ҙа була икән.