-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
5 Апрель 2018, 11:41

УН БИШ ҺУМ

Полиграфкомбинаттың дүртенсе ҡатында һин дә мин эшләп йөрөйөм. Хеҙмәттәштәрем эсә торған һыуҙы урамдағы киоскыларҙан һатып ала. Мин дә, төш ваҡытында компьютер алдында ултырғансы тип, һыу артынан йөрөй башланым.

Полиграфкомбинаттың дүртенсе ҡатында һин дә мин эшләп йөрөйөм. Хеҙмәттәштәрем эсә торған һыуҙы урамдағы киоскыларҙан һатып ала. Мин дә, төш ваҡытында компьютер алдында ултырғансы тип, һыу артынан йөрөй башланым.

Көндәрҙән бер көндө шул һыу тип ҡабаланып урамға сығып киттем. Дүртенсе ҡаттан баҫҡыс буйлап төшөргә кәрәк. Шунда янсығымда бер меңлек ҡағыҙ аҡсанан башҡа тәңкәләр юҡлығы «ҡылт» итеп иҫкә төштө. Биш литрлы һыу 15 һум тора. Бер уйлаһаң, әллә ни күп тә түгел. Етмәһә, киоскылағы автомат меңлектән сдачаны теүәл бирәме, юҡмы әле? Бер аҙ тапанып торҙом да, кире боролдом. Сыҡҡан ерҙә генә үҙебеҙҙең ҡарауылсы ултыра. Моғайын, ун биш һум ғына аҡсаһы барҙыр әле, тип уға өндәшергә булдым.

Нисә йылдар буйы иҫәнлекһаулыҡ һорашып йөрөһәм дә улар менән бик аралашып бармай торғайным. Яңынан йәйәүләп дүртенсе ҡатҡа менге лә килеп тормай. Нисек булһа ла ҡыйыулығымды егеп, ишек төбөндә ултырған ҡарауылсы эргәһенә килдем дә, башымды тәҙрәгә тығып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына уға өндәштем:

– Слушай, дай 15 рублей, понимаешь, на бутылку не хватает, – тинем. Теге күҙен әйләндереп миңә ҡараны ла, ыстағафирулла, был да эсә икән, тигән һымаҡ, баҫҡан ерендә ҡатты ла ҡалды. Мин йәнә телгә килдем, һыу һауытын ул күрерлек итеп өҫкә күтәрҙем дә:

– Ошо шешә менән һыу һатып алырға ун биш һум аҡса кәрәк, – тинем. Ул оҙаҡ ҡына бер миңә, бер ҡулымдағы һауытҡа ҡарап торҙо ла, ауыҙы йырылып китте. Нимә тип әйтергә лә белмәй бер килке албырғап торҙо. Шунан ҡапыл һушына килгәндәй булды һәм оҙаҡ ҡына кеҫәһен бутағас, аҡса сығарып бирҙе. Шунда нишләптер башыма, әллә ҡайтыр юллыҡ аҡсаһын миңә бирҙе инде, тигән уй килде. Хәҙер бит кешелә артыҡ аҡса юҡ, тип әйтерлек. Бигерәк тә ират халҡында. Әҙ генә аҡсалары булһа, тәмәке, йә һыра һатып алалар.

Хеҙмәттәшемдән тағы бурысҡа ун биш һум алып, кис эштән ҡайтышлай бурысымды биреп киттем.

Хәҙер ҡарауылсы мине күргән һайын, бүтәнсә һыуға бармайһыңмы ни, ун биш һум аҡсаны бурысҡа биреп торам, – тип йылмайып оҙатып ҡала.

Л. АЙРАНОВА.


Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: