+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Апрель 2018, 19:17

АҠСА

1 апрель. Тыуған заводым буйлап атлайым. Ба! Сүп-сар контейнеры артында, аралыҡта аҡса ята – ҡуша бөкләнгән бер нисә биш меңлек. Контейнер ҡоростан яһалған, ауыр, урынынан ҡуҙғатып булмай, ә уйым тар. Мин иһә бәләкәй ағай түгел, бер нисек тә үтә алмайым, ни буй етмәй. Уның ҡарауы, башымдағы мейе маймыл­дыҡынан мулыраҡ: швабра алдым да аҡсаны һөйрәп сығарҙым.

Башы.

Тәмәке тартыу бүлмәһенән хахылдап көлә-көлә хеҙмәттәштәрем килеп сыҡты. Баҡтиһәң, аҡсаны швабра менән һөйрәп сығарырға башы еткән беренсе кеше мин икәнмен. Ә ҡал­ғандар бөгөлә-һығыла үрелеп ҡараған, ләкин маҡсаттарына ирешә алмаған.

Аҡса ялған булып сыҡты: принтерҙа баҫылған, сифатлы, ысынынан тиҙ генә айырып булмай. Етмәһә, баҫҡас үтек­ләгәндәр, тотоп ҡараһаң, ҡыштыр­ҙап тора. Хеҙмәттәштәремдең артабан 1 апрелдә күңел асыуына сик ҡуйҙым. “Утыҙ меңде” үҙемә алдым. Аралыҡтан алырға башым еткән икән, тимәк, минеке!

Дауамы.

“Аҡсаны” янсыҡта ярты йыл самаһы йөрөткәнмендер. Ялған икәнен белә­һең, ә янсығыңды асһаң – күңел күтә­релеп китә.

Киске сәғәт һигеҙҙә төнгө сменаға эшкә китеп барам. Юл ыңғай ларекка тәмәкегә индем. Шунда аҡсамды шәйләп ҡалғандар шикелле. Ҡараңғы урамда бер малай менән ҡыҙ ҡыуып етте.

– Янсығыңды сығар!

Малай бысаҡ күрһәтеп ҡурҡытты. Буйһонорға тура килде – ялған аҡса өсөн аяҡ һуҙғы килмәй. Янсыҡты тартып алыу менән ҡастылар.

Аҙағы.

Ҡатыным ул осорҙа яҡындағы гипермаркетта эшләй ине. Иртән һөй­ләне: магазин ябылыр алдынан, һуң ғына ауыҙы ҡолағына ҡәҙәр йырыҡ малай ингән. Бер кәрзин хәмер, затлы ҡабымлыҡтар алған. Кассала кеҫә­һенән эре генә ике биш меңлек сы­ғарған. Кассир уға: “Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, хәҙер аҡсаны ваҡлап кил­терәләр”, – тигән дә төймәгә баҫҡан. Бер минуттан малайҙың ҡулынан эләктергәндәр. Биш минуттан һуң по­лицейскийҙар кеҫәһенән тағы ла ошондай ҡағыҙҙар тапҡан.

Эләккән. Һигеҙ йылға. Ҡыҙҙы ла йәл­ләп тормағандар. Бәй, шулай булмай, ҡырын юлда етәкләшеп йөрөгәндәр ҙә баһа.

Х. ШӘЙҘУЛЛИН.
Читайте нас: