-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Апрель 2018, 18:55

Беҙҙең илдә

Эшселәр – балалар баҡсаһы. Эшкә киләләр, үҙҙәренең шкафтарында өҫ кейемдәрен алыштыралар, уйын­сыҡ­тары янына баралар, унда тәр­биәселәр (начальниктар, мастер­ҙар, бригадир­ҙар һ.б.) күҙәтеүе аҫтында төшкә тиклем уйнайҙар. Шунан аш­ханаға төшкө ашҡа тәпәйләйҙәр. Төшкө аштан һуң бер сәғәт ял (бәлки, ярты сәғәттер). Төштән һуң тағы уйын. Көн аҙағында кемдәргәлер укол һалалар, клизма ҡуялар, кем­дәргәлер таҫма бәйләйҙәр һәм кәнфит бирәләр. Аҙаҡ душ, шкафта өҫтө алыштырыу һәм ҡыуана-ҡыуана өйгә ҡайтып китеү.

Офистарҙағы клерктар – контора хеҙмәткәрҙәре – мәктәп. Иртән иртүк өҫтәл артына ултыралар, китаптарын, дәфтәрҙәрен, көндәлектәрен асып, эшкә тотоналар:

арифметика – бухгалтерия, логистика, иҫәп-хисап, баланс һ. б.;

әҙәбиәт – отчет, ғариза, килешеү, йомғаҡ, һығымта темаларына иншалар;

биология – тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙе тәрбиәләү;

астрономия – йондоҙнамәләрҙе һәм астрологик күҙаллауҙарҙы өйрәнеү;

география – отпускыға барыу өсөн картанан курорттарҙы табыу;

физика – сәй йәки ҡәһүә беше­рергә һыу ҡайнатыу алымдарын өй­рәнеү;

химия – табип яҙып биргән дарыу­ҙарҙы ҡулланыу буйынса инструкция­ларҙы өйрәнеү;

физкультура – тән яҙҙырыу өсөн тәнәфес.

Дәүләт Думаһы – институт. Егеттәр сессиянан сессияға күңелле йәшәй. Әммә сессия ваҡытында ығы-зығы килеп алыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Һайлауҙар тейешенсә үтһен һәм кәрәкле кеше һайланһын өсөн. Әгәр кәрәкмәгән кеше һайланһа, элемтә­ләрҙе аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.

Юғары звенолағы дәүләт чиновниктары – аспирантура. Уларҙың бөтәһе лә ғалим. Барыһы ла ни эшләргә ярағанын, ни эшләргә ярамағанын аныҡ белә. Тағы ла бер категория бар – өйрәнсектәр. Улар – белем алмаған, ә мәғлүмәтле.

М. ИҒДӘҮЛӘТОВ.
Читайте нас: