+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Май 2018, 13:59

ЯҘМЫШ ШАЯРЫУЫ

Көндәрҙән бер көндө әхирәтем менән урамда йөрөгәндә биш минутҡа ғына өйгә инеп сығырға булдыҡ. Бер аҙҙан ишек шаҡынылар. Асһам…

ЯҘМЫШ ШАЯРЫУЫ

Атай менән әсәй миңә дүрт йәш саҡта айырылышҡан. Шунан бирле атайым менән осрашманым, ул да мине күрмәне. Өҫтәүенә, беҙ әсәйем менән икенсе районға күстек. Атайым беҙҙең ҡайҙа икәнде белмәй.

Әсәй яңынан кейәүгә сыҡманы. Әммә ынтылып ҡараны. Һүҙ ана шундай ынтылыштарҙың береһе тураһында булыр.

Был ваҡытта миңә 18 йәш тулғайны инде. Гәзиттәрҙә баҫылған иғландар буйынса танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Әсәй оҙаҡ икеләнде. Иғландарҙы күп уҡыны. Ниһайәт, бер ир-атҡа туҡталды. Ул үҙенең мәғлүмәттәре менән әсәйгә әҙерәк оҡшаны.

Әсәй уға хат яҙҙы (кеҫә телефондары ул саҡ сыҡмағайны әле). Үҙе хаҡында һөйләне, йәшен кәметте. Улар хат алыша башланы. Әсәй уның менән осрашырға йыйынды һәм… ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙҙең самалауыбыҙ буйынса, почтаның нисек эшләүен иҫәпкә алһаҡ, теге ир 8 Март тирәһендә килергә тейеш. Хатты ебәрҙек тә көтә башланыҡ.

Көндәр үтте. 8 Март та. Ай ҙа тамамланды. Беҙ иғлан тураһында оноттоҡ, хәҙер инде берәүҙе лә көтмәнек.

Көндәрҙән бер көндө әхирәтем менән урамда йөрөгәндә биш минутҡа ғына өйгә инеп сығырға булдыҡ. Бер аҙҙан ишек шаҡынылар. Асһам… атай баҫып тора. Күҙҙәрем шарҙай булды, тубыҡтарым ҡалтырай (мин уны үҙебеҙҙә ҡалған фото буйынса таныным). Атай мине таныманы, әсәйҙе саҡырырға ҡушты. Ишекте яптым да әсәйҙе саҡырырға киттем.

– Һиңә атай килгән, бар, – тим.

– Ниндәй атай? – тип һорай әсәй.

– Ни… атай, ни… минең атай, ни… һинең элекке ирең, – әсәйемде кем көткәнен көскә аңлатып бирҙем.

Әсәй баҫҡыс майҙансығына сыҡты. Хәҙер атайҙың күҙҙәре дүрт булған. Әсәй уға һораулы ҡараш ташлай, ә атай баҫҡыстар буйлап түбәнгә атлай. Әсәй артынан ҡысҡырып ҡала:

– Ни кәрәк?

Атай бөтөнләй ҡойолоп төшә, шуларҙы ғына әйтеп өлгөрә:

– Мин һеҙҙең ҡайҙа йәшәгәнде белергә тейеш тә баһа?!

Һәм күҙҙән юғала.

Әсәй өйгә инде лә уйға батты: әле ни булды һуң? Ҡыҫҡаһы, беҙ бер ни ҙә төшөнмәнек. Кискә табан ғына әсәй иҫенә килде.

Баҡтиһәң, минең атай – әсәй иғлан буйынса хат яҙған, ҡунаҡҡа саҡырған, беҙ дүрт күҙ менән көткән ир. Атай менән әсәйҙе исемдәренең таныш булыуы ла аптыратмаған, сөнки әсәй йәшен кәметкән. Бер-береһенең почерктарын да танымағандар, байтаҡ ваҡыт үткән бит.

Бына шулай, күп йылдар уҙғас, ир иғлан буйынса ҡатыны янына килә. Яҙмыш шаяртыуылыр инде, күрәһең.

Иң ҡыҙығы шунда: быларҙың барыһы ла 1 апрелдә булды.


И. ЗИННӘТУЛЛИНА.


Әйткәндәй...

Беҙҙең ВКонтакте сайтындағы төркөм: https://vk.com/public160399987

Апрель һанының 1-5-се биттәре: http://rbsmi.ru/magazines/view.php?ITEM=1128&ATTA..

Электрон яҙылыу: http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/

Беҙҙең электрон адрес: [email protected].
Читайте нас: