-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Май 2018, 15:03

Риф МИФТАХОВ - РӘХМӘТ МАНЬЯККА

Фәһимә эшләгән дауахана ҡасабанан ике саҡрым самаһы алыҫҡа һалынған. Урыны һоҡланғыс – тирә-яғында ҡайын, ҡарағай ағастары, тынлыҡ, һауаһы һулап туйғыһыҙ. Өфөлә медучилище тамам­лағас, тыуған яғына ҡайтып, бына өсөнсө йыл инде 21 йәшен тултырған ҡыҙ ошонда шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Яңғыҙ әсәһе менән генә торған Фәһимә, дежур итеүенең ниндәй ваҡытҡа тура килеүенә ҡарап, йә иртән үк, йә киреһенсә, кисләтеп йәйәүләп эшкә килә, эштән ҡайта. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында атлау үҙе бер кинәнес – тәнең яҙыла, йоҡоң ҡаса, хатта арығаның онотола.

РӘХМӘТ МАНЬЯККА


Фәһимә эшләгән дауахана ҡасабанан ике саҡрым самаһы алыҫҡа һалынған. Урыны һоҡланғыс – тирә-яғында ҡайын, ҡарағай ағастары, тынлыҡ, һауаһы һулап туйғыһыҙ. Өфөлә медучилище тамам­лағас, тыуған яғына ҡайтып, бына өсөнсө йыл инде 21 йәшен тултырған ҡыҙ ошонда шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Яңғыҙ әсәһе менән генә торған Фәһимә, дежур итеүенең ниндәй ваҡытҡа тура килеүенә ҡарап, йә иртән үк, йә киреһенсә, кисләтеп йәйәүләп эшкә килә, эштән ҡайта. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында атлау үҙе бер кинәнес – тәнең яҙыла, йоҡоң ҡаса, хатта арығаның онотола.


Тик һуңғы ваҡытта ҡот осҡос хәбәр таралды: дауахана тирәһендә ниндәйҙер әҙәм аҡтығы йөрөп ята икән. Ауыр нәмә менән ҡатын-ҡыҙҙың башына һуға ла ҡулындағы сумкаһын, балдағын, ҡолаҡта­рындағы алҡаларын алып китә икән. Ярай ҙа шулай ғына ҡотолоп, иҫән-һау ҡалһаң. Уны бит маньяк та тип һөйләйҙәр. Көсләп кенә ҡалмаҫ…


Күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән дауаханала шау-шыу тыуҙырҙы был ҡурҡы­ныс хәбәр. Элек «Ожмах мөйөшө» тип йөрөтөлгән был урындарҙы хәҙер «Айыу мөйөшө» тигән исем менән дә атай башланылар. Кешеләр, бигерәк тә ҡышҡы кистәрҙә, машиналарҙа ҡайтырға, бергә­ләп йөрөргә тырышты. Фәһимә лә шулай эшләне. Тик түрә-маҙар булмағас, һиңә һәр саҡ машина бирәләрме, бергә ҡайтыр өсөн белгән кешең осрап торамы. Фәһимә бары үҙенә ышана. Һаҡланыр өсөн ул сумкаһына ҙур ҡайсы һала, баш кейеме эсенә марляға урап мамыҡтар тултыра, ашарға йөрөткән аш, кәтлит өсөн быяла банкаларҙы бәләкәй пакетҡа ҡыҫып бәй­ләп, һаҡланыу ҡоралы итеп, оло пакетына һалып, уң ҡулына тотоп ала. Бер нисә көн шулай ҡайтты. Аллаға шөкөр, төндә бер маньяк та һөжүм итмәне!


Бөгөн дә ул һиҙгер, ныҡ ҡоралланған килеш ҡайтып бара. Дауахана бейек ҡойма менән уратылған. Ауырыуҙар урынлашҡан йорттарҙы уҙып, ҡойма эсенән сыҡҡас, машиналар йөрөгән асфальт юл эргә­һенән йәйәүлеләргә тар ғына һуҡмаҡ һуҙыла. Унан тағы ла дүрт ҡатлы йорт бар. Унда спорт базаһы урынлашҡан.


Туҡта, алда кемдер бар түгелме һуң?!. Фәһимә урынында туҡтап ҡатып ҡалды. Эйе, эйе, кемдер сүкәйеп нимәлер эҙләй. Ир кеше. Ташмы, кирбесме алып йорттоң күренмәгән яғына сыҡты. Тимәк, һөжүмгә әҙерләнә, әҙәм аҡтығы! Маньяк! Кирегә йүгерһәм, барыбер тотасаҡ, ҡапҡаға йыраҡ, ҡоймаға етеүҙән дә мәғәнә юҡ – аша сығып булмаясаҡ. Ҙур юлды йүгереп сы­ғып, урманға инеп китһәң… Тотһа!.. Юҡ, шым ғына барып, үҙенән алда һөжүм итергә кәрәк!


Фәһимә, йәшенә биреп, ипләп кенә алға атланы. Ниңәлер маньяк ҡаршы сыҡмай. Бына теге йорттоң янына килеп етте. Әһә, өйҙөң теге яғынан – ҡараңғынан һөжүм итмәксе була. Фәһимә, уң ҡулына пакетты, һул ҡулына ҡайсыны ҡыҫып тотоп, үҙе маньякка табан яҡынланы. Мөйөштән башын һуҙып ҡараны ла, арты менән сүгәләгән маньякты күреп, уның башына тондорҙо. Сылтырашып ватылған банка­ларҙы, һуғыусыны күрергә теләгәндәй, теге әҙәм аҡтығы кәүҙәһен-башын артҡараҡ борҙо ла, салҡан йомшаҡ ҡарға ауҙы. Башынан сөбөрләп ҡан аға башланы. Иҫен юғалтҡан килеш ул шулай байтаҡ ятты. Фәһимә лә маньяк эргәһенән кит­мәне – ҡурҡыуы ҡасҡайны. Был арала бөләңгeрт кенә ут яҡтыһында уның йөҙөн дә ҡарап өлгөрҙө. Йәп-йәш һылыу, мыйыҡлы егет. Бер ҙә генә маньякка оҡшамаған…


Егет иҫенә килгәс:

– Һеҙ кем? – тип һораны ла, башы ауыртыуынан, ыңғырашып ҡуйҙы.

Фәһимә бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡабала­нып ярҙам итергә кереште: башлығына һалған йомшаҡ япманы егеттең баш аҫ­тына ҡуйҙы, сумкаһынан йод, марля кеүек нәмәләр сығарҙы…

Фәһимә менән Фәриттең өйләнешеү­ҙәренә быйыл ун өс йыл тулды. Улар береһенән-береһе матур бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Фәһимә шул уҡ дауаханала. Те­ге саҡта өсөнсө көн генә практикала йөрөгән Фәритте бында баш табип итеп үрләттеләр. Уларҙы әҙәм аҡтығы – маньяк ваҡиғаһы осраштырҙы. Бәхетле яһаны. Рәхмәт әйтәләр уға. Әгәр Фәрит нин­дәйҙер аҙашып, ас йөрөгән бесәй балаһын туйындырыу, йылытыу уйы менән йөрөп ятмаһа, маньяктан ҡото алынған Фәһимә үҙе башлап һөжүм итмәһә, кем белә, бәлки, тормоштары шулай матурға үҙгәрмәҫ тә ине.


Шулай ҙа Фәрит башына һуҡҡан әҙәмде һаман Фәһимә тип танымай. «Ҡулында уның бысағы ла бар, бегемот кеүек ҙур кәүҙәле ине, ҡойма аша ҡасты», – тип һөйләй. Әллә шаяра, әллә күҙенә шулай күренгән. Хәйер, был мөһимме ни…


Риф МИФТАХОВ.


Читайте нас: