7 йыл республика гәзиттәренең береһендә корреспондент булып эшләгәндән һуң, "Һәнәк" журналына яуаплы сәркәтип итеп саҡырылдым. Яңы урында яңы йөкләмәләр үтәйһең. Шуларҙың береһе – журналды нәшриәттә сифатлы итеп баҫтырыуҙы контролдә тотоу.
Яңы һандың сигнал һандарын килеп алығыҙ, тигәстәр, редакцияла таратыла торған, яңы ғына баҫманан сыҡҡан өс ҡап журналды Матбуғат йортондағы нәшриәттән алдым да, һәр ваҡыттағыса, вахтер ағай менән хәл-әхүәл һорашырға тип, уның быяла бүлмәһенә үттем. Һәр саҡ көләс йөҙлө был ағай менән ай һайын күрешәбеҙ. Мин уға ара-тирә һүҙ ҡушҡылап йөрөйөм.
– Ни хәл, ағай? – тинем бөгөн дә.
– Арыу ғына, үҙең нисек? Был тиклем журналды ҡайҙа алып киттең тағы? Әллә “һулға” осорорға итәһеңме? – тип, мут йылмайҙы абзый.
– Журналды почта аша яҙҙырмай, редакциянан күмәртәләп яҙҙырыусыларға улары... – тинем.
Шул саҡ вахта форточкаһына оло ғына бер ханым килеп ҡапланды. Ул да яҡты сырайлы ҡарт менән хәбәрләшеп алырға теләне шикелле. Мин ҡаптарҙы рәтләп маташҡан арала, апайҙың һүҙҙәре ҡолаҡҡа салынды:
– Мине үткәреүегеҙ өсөн рәхмәт. Йомоштарымды йомошлап бөттөм шикелле. Ә, тағы береһе ҡалған икән. Йәш кенә берәй журналист егет табып бирмәҫһегеҙме?
Ханым, ҡарашын миңә төбәне. Мин иһә, башыма килгән беренсе мәғәнәһеҙ уйымдан шарҡылдап көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, ағайға баш ҡағып, һаубуллаштым да, сығыу яғына ыңғайланым. Апайҙың һаман миңә һынамсыл ғына ҡарап тороуын күреп, "Журналист тип, миңә эш ҡушырға ымһынып торамы икән әллә был апай, мин бит журналист түгел, ә яуаплы сәркәтип”, – тип уйлап алдым һәм:
– Апай, мин журналист түгел... – тип, ауыҙымды асҡайным, апай бүлдерҙе:
– Һы, күренеп тора журналист түгеллегең. Ана бит, йөк ташып йөрөйһөң. Бар, юлыңда бул.
---------------------------------------------------
"һәнәк" журналы, № 6, 2018 йыл.