-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Август 2018, 19:00

Рентген зыянлымы? "Һәнәк" № 8, 2018.

Рентген кабинеты янында ике ирҙең ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүенә шаһит булдым.






Рентген кабинеты янында ике ирҙең ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүенә шаһит булдым. Ирҙәрҙең береһе:

– Рентгендың файҙанан зыяны күберәк, ул кешенең ДНК ептәрен сейәлтә. Был прибор кеше һаулығына ифрат аяуһыҙ. Ауырымаһаң, уға яҡын барырға ла кәрәкмәй. Әгәр сырхаулаһаң, ана, халыҡ табиптарына бара алаһың, – тине лә, ҡәнәғәт төҫтә арҡаһын турайтты. Уның әңгәмәсеһе, моғайын, медицина өлкәһенә яҡыныраҡ йөрөгән кешелер, фекерен, минең ҡарамаҡҡа, бик урынлы һәм дәлилле итеп әйтеп һалды:

– Был аппарат нурҙарының кеше һаулығына зыяны аҙ, ә яман ауырыу барлыҡҡа килә ҡалһа, уны үҙ ваҡытында табыу һәм дауалауҙа файҙаһы – баһалап бөткөһөҙ...

Шул саҡ бер мөйөштәрәк урын алған оло йәштәге ҡарт, ҡарттарса һуҙып, бер көрһөндө лә, телгә килде:

– Уландар, юҡҡа даулашаһығыҙ. Иң зыянлы рентген аппараты минең әбей ул – бер яғы әйләнһә, пинжәгеңдең эске кеҫәһендә күпме аҡсаң ятыуын да, хатта, газ асҡысы һорап ингән күршеңдең ҡуйынында “бер ярты” йәшерелгәнме, юҡмы икәнен һә тигәнсә белеп ала. Тотоп алып, һелкеп тә һала. Һағыраҡ ҡыланмаһаң, башҡа ҡундырырға ла күп һорамай. Так што, һеҙҙең ул машинағыҙ зыянһыҙ ул!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.


Читайте нас: