-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
8 Октябрь 2018, 17:40

Ят ир (ҡыҙыҡ хәл).

Кассаға килдем, ирем янына үттем.– Мине алға үткәрегеҙ әле!– Рәхим итегеҙ, мин ашыҡмайым, – тип яуаплай ул.Беҙҙең арттан тороусылар шаула­шырға кереште:– Оятың юҡмы әллә, сиратҡа баҫ!– Һеҙҙең арбаға әйберҙәремде һалырға яраймы? – тип һорайым иремдән... (Был хәлдең нисек тамамланыуын белгегеҙ килһә, исеменә төртөп, артабан уҡый алаһығыҙ)

Эштән һуң ирем менән сауҙа үҙәгенә индек. Ике ҡул арбаһына аҙыҡ-түлек йыйҙыҡ. Ирем кассаға сират алырға китте, ә мин – кондитер бүлегенә.
Кассаға килдем, ирем янына үттем.
– Мине алға үткәрегеҙ әле!
– Рәхим итегеҙ, мин ашыҡмайым, – тип яуаплай ул.
Беҙҙең арттан тороусылар шаула­шырға кереште:
– Оятың юҡмы әллә, сиратҡа баҫ!
– Һеҙҙең арбаға әйберҙәремде һалырға яраймы? – тип һорайым иремдән.
– Әлбиттә!
Уның артында торған ҡатын:
– Бөтөнләй оятын юғалтҡан икән! Ят иргә бәйләнә!
– Һеҙ минең өсөн түләй алмаҫ­һығыҙмы икән? – тип үтенәм иремдән.
Сират телһеҙ ҡалды, яуап көтә.
– Эйе, эйе! Борсолмағыҙ! – тип яуаплай ирем.
– Һеҙ машиналамы? – тип төп­сөнәм. – Өйгә илтеп ҡуяһығыҙмы?
Ирем яуап бирә алманы, быуылып көлдө, башын ғына ҡаҡты.
Их, ә сираттың мине терелей тотоп ашағыһы килгәйне!
И. ЯМАНТАЕВА.
Читайте нас: