Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Редакция бүлмәһенә шағир Ирек Кинйәбулатов килеп инде. Уның туны ла, бүрке лә арыҫлан төҫөндә.
– О-о-о!.. Арыҫлан һымаҡ булғанһың, Ирек ағай! – тинек беҙ бер тауыштан.
– Һымаҡ түгел – арыҫлан!..
Редакция бүлмәһендә китап уҡып ултырам. Ҡыҙмасараҡ булған бер яҙыусы ағай килеп инде. Миңә бер аҙ текләп торҙо ла: “Нимә уҡыйһың?” – тип, ҡулымдағы китапты алды. Унан бер-ике һөйләм уҡып сыҡҡас, өҫтәлгә ташланы:
– Тьфю!.. Шулай ҙа яҙыр икән кеше. Һөйләме һөйләм түгел. Ағас тел!..
Өҫтәлгә ташланған китап ябылып, уның тышында үҙенең исемен күргәс, ағай бер китапҡа, бер миңә ҡарап торҙо ла, башын эйеп, шым ғына сығып шылды.
Шағир Дамир Шәрәфетдинов ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Орел өлкәһенә зоотехник булып эшкә бара. Бер саҡ силос соҡоронда анализ алып ултыра Дамир. Уның эргәһенән кескәй малайын етәкләгән ҡатын үтеп бара. Соҡоноп ултырған Дамирҙы күргән ҡатын улына әйтә:
– Уҡы, улым. Уҡымаһаң, анау әҙәм шикелле навозда ҡаҙынырһың!
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Азамат Юлдашбаевтан һорайҙар:
– Азамат, һин Яҙыусылар союзы ағзаһымы?
Бер шағир тыуған ауылында ятып, Өфөгә һаҡал үҫтереп килә.
– О-һо! Һаҡал үҫтереп ебәргәнһең икән, – ти уға дуҫтары.
Теге шағир күкрәген кирә биреп:
– Рауил Бикбаевҡа оҡшарға теләйем, – тип ебәрә.
– Уға оҡшар өсөн һаҡал түгел, аҡыл үҫтерергә кәрәк...