-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Ноябрь 2018, 15:16

Ишетмәһәң – ишет! Ҡулсыр ейәнсәр.

Стәрле­тамаҡ ҡалаһында бер ейәнсәр өләсәһенең хәлен белергә килгән. Ейәнсәре киткәс, өләсәй өйөнән бер затлы әйбере юғалыуын асыҡлаған...

– Ишеттеңме бер хәбәр?

– Өлгөрмәнем әле, һөйләп ебәр!

– Ишетмәһәң – ишет! Стәрле­тамаҡ ҡалаһында бер өләсәй йәшәй, уның 21 йәшлек ейәнсәре бар, ти.

– Ауыҙ һыуыңды ҡоротоп һөйләр хәбәрең шулмы? Өләсәйҙәрҙең ҡасан ейән-ейәнсәрһеҙ, хатта бүләләрһеҙ булғанын күргәнең бар?

– Шулайын шулай. Көндәрҙән бер көндө ейәнсәр өләсәһенең хәлен белергә килгән.

– Дөрөҫ эшләгән. Өлкәндәрҙе онотмау – уларҙың бурысы. Күңел­дәре булғансы серләшкәндәрҙер, тәмләп сәй эскәндәрҙер.

– Шулайын шулай. Ейәнсәре киткәс, өләсәй өйөнән шкатулкаһын тапмаған.

– Унда ниҙәр булды икән?

– Өләсәйҙең күңеленә бик яҡын алтын әй­бер­ҙәр: балдаҡ­тар, кулон, сылбыр.

– Ейәнсәре ҡул­сыр булып сыҡты­мы икән ни?

– Тап өҫтөнә баҫ­­тың. Урлаш­ҡаны өсөн электән хөкөм ителгән ейәнсәр өләсәһенең алтын биҙә­гестәрен ломбардҡа тапшырып, 15 мең һум самаһы аҡса алған. По­лицейскийҙар эләктергәндә аҡсаны дуҫтары менән күңел асыуға тотоноп бөткән.

– Уғрылыҡтың һуңы хурлыҡ, тип халыҡ дөрөҫ әйтә икән. Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!


ИШКИЛДЕ менән ҠУШКИЛДЕ.
Читайте нас: