-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Ноябрь 2018, 20:53

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "М. Кәримов килә!.."

“М. Кәримов килә!..” Көньяҡ райондарҙың береһенә шағир Марат Кәримовты осрашыуға ебәрәләр. Өфөнән район етәкселегенә был хаҡта хәбәр итеп, телеграмма һуғалар. Шағирҙы ҡаршылау буйынса ҡыҙыу әҙерлек эштәре башлана. Ниһайәт, район аэропортына килеп төшкән самолеттан Марат Кәримов килеп сыҡҡас, етәкселәр һәм сәскәләр бәйләме тотҡан ҡаршы алыусылар аптырашып торалар ҙа боролоп, китеп баралар. Баҡһаң, эш былай булған: Өфөнән “М. Кәримов килә” тигән телеграмма алғас, район етәкселәре “Мостай Кәрим килә” тип уйлаған икән.

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


“М. Кәримов килә!..”
Көньяҡ райондарҙың береһенә шағир Марат Кәримовты осрашыуға ебәрәләр. Өфөнән район етәкселегенә был хаҡта хәбәр итеп, телеграмма һуғалар. Шағирҙы ҡаршылау буйынса ҡыҙыу әҙерлек эштәре башлана.
Ниһайәт, район аэропортына килеп төшкән самолеттан Марат Кәримов килеп сыҡҡас, етәкселәр һәм сәскәләр бәйләме тотҡан ҡаршы алыусылар аптырашып торалар ҙа боролоп, китеп баралар.
Баҡһаң, эш былай булған: Өфөнән “М. Кәримов килә” тигән телеграмма алғас, район етәкселәре “Мостай Кәрим килә” тип уйлаған икән.
Салауатҡа...
Шағир Тимер Йосоповты Яҙыусылар союзы идараһына саҡырып:
– Салауатҡа барып кил әле. Унда һине ҡаршы алырҙар, бөтәһе лә әҙер, – тиҙәр.
– Ярай, – ти ҙә Тимер ағай юлға сыға.
Салауат районына килеп төшһә, “шыш” та юҡ, “быш” та юҡ – берәү ҙә ҡаршыламай. Асыуы килгән шағир телефондан идараға шылтырата:
– Ниңә алдайһығыҙ, бында мине бер кем дә көтөп тормай!..
– Нисек инде, көтөп тормай? Һин ҡайҙан шылтыратаһың?
– Ҡайҙан булһын, һеҙ ебәргән Салауат районынан, – ти Тимер ағай үпкәләп.
– Ныу-у!.. Беҙ бит, Салауат ҡалаһына барырға, тигәйнек...
Читайте нас в