+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Ноябрь 2018, 12:26

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Шәп яҙа!.."

Редакция бүлмәһендә бер яҙыусы менән һөйләшеп ултыра инек Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов килеп инде. Яҙыусы һикереп тороп, уға табан атланы: – Һаумы, Марат ағай! Бына, журналда минең хикәйәм сыҡты. Уҡыныңмы? Марат ағай журналды ҡарап торҙо ла әйтеп ҡуйҙы: – Улай икән... Күрмәнем шул. Ярай, һин шәп яҙаһың бит, уҡып тормаһам да була...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


Шәп яҙа!..
Редакция бүлмәһендә бер яҙыусы менән һөйләшеп ултыра инек Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов килеп инде. Яҙыусы һикереп тороп, уға табан атланы:
– Һаумы, Марат ағай! Бына, журналда минең хикәйәм сыҡты. Уҡыныңмы?
Марат ағай журналды ҡарап торҙо ла әйтеп ҡуйҙы:
– Улай икән... Күрмәнем шул. Ярай, һин шәп яҙаһың бит, уҡып тормаһам да була...
“Ҡара бесәй”
“Ҡара бесәй” бандаһы тураһында шомло имеш-мимештәр йөрөгән осор. Яҙыусы Сәғит Агишҡа открытка килеп төшә. Унда: “Шул парктағы шул урынға шунса һум аҡса һалмаһағыҙ, үс аласаҡбыҙ!” – тип яҙылған һәм ҡара бесәй һүрәте төшөрөлгән. Ҡото осҡан Сәғит Агиш китә паркҡа. Тәғәйен ергә килеп еткәс, алан-йолан ҡарана ла, күрһәтелгән урынға аҡса ҡыҫтыра.
Ҡайтышлай дуҫ-иштәре тап була. Ағайҙы ресторанға индереп, эй һыйлай, ти, былар. Дуҡтарының ҡапыл йомшарып китеүенә аптырай икән Сәғит ағай. Ә “Ҡара бесәй”ле открытканы уларҙың ебәреүе башына инеп тә сыҡмай.
Читайте нас: