Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Бер яҙыусы ағай менән бүлмәлә ултырабыҙ. Кисә артығыраҡ һалған икән, кәйефе хөрт. Ултырабыҙ шулай һөйләшер-һөйләшмәҫ. Әмәлгә таянғандай, әле генә китабы сыҡҡан шағир килеп инде. Яҙыусы өҫтәл тартмаһынан уның китабын килтереп сығарҙы ла, эй, тотондо быны маҡтарға:
– Бындай китаптың сыҡҡаны юҡ быйыл. Иң шәп китап – һинеке! – тип ебәрҙе.
Авторҙың кәйефе күтәрелде, китте ауыҙы йырылып. Һорағанды ла көтөп тормай, тиҙ генә магазинға барып, бер ярты ҡыҫтырып та килде. Үҙе ултырманы, эшем күп, тип сығып китте. Яҙыусы ағайыбыҙ берҙе һуғып ҡуйғас:
– Тфю!.. Шуны маҡтай торғас, ҡоҫҡо килде. Шул да булдымы китап, – тип тегенең китабын өҫтәл аҫтына ташланы.
Бер төркөм яҙыусылар Тимер Арыҫландың юбилей кисәһен үткәрергә Октябрьский ҡалаһына бара. Шағирҙы хөрмәтләп банкет ойошторалар. Бер саҡ әҙиптәр:
– Әйҙә, беҙгә нефть девондарын күрһәт, – тип Тимер ағайҙың теңкәһенә тейә икән.
Һый-хөрмәт тулы өҫтәлде ташлап китергә теләмәгән ағай, тәҙрәгә күрһәтеп:
– Ә был тәҙрәләрҙе ни өсөн уйғандар һуң?! – ти.