Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Шағирҙар байрам табынында ултыра. Һүҙ шиғриәт тураһында бара. Прозаик Р. уларҙың хәбәрен тыңлап ялҡҡас:
– Мин – прозаик! – тип тороп баҫа.
Уға иғтибар итеүсе юҡ, тегеләр үҙ-ара һөйләшеүен белә.
– Мин – прозаик! – тип йәнә һүҙ ҡыҫтыра.
– Про каках заек?! – тип ҡыҙып китә шағир Д. – Беҙ шиғриәт тураһында һөйләшәбеҙ, ә про заек түгел!..
Бер шағир яҡташының ишеген шаҡый:
– Ҡурҡмағыҙ, ҡунаҡтар түгел!
– Ҡунаҡтар булһа, яҡшыраҡ булыр ине...