Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Яҙыусы Динис Исламов фатир алғас, дуҫ-иштәрен “йыуырға” саҡыра. Өҫтәл-ултырғыс булмағас, иҙәндәге балаҫ өҫтәндә табын ҡоралар. Фотоға ла төшәләр.
Бер саҡ уны Яҙыусылар союзы рәйесе Мостай Кәрим саҡыртып ала:
– Һин, Динис, коммунист кеше. Шулай булһа ла мәсеткә йөрөйһөң икән, – тип балаҫ өҫтөндә тубыҡланып ултырған Динис ағайҙың фотоһын күрһәтә.
– Аптырап киткән яҙыусы нимә тип әйтергә белмәй:
– Юҡ, был мин түгел!.. Был мин түгел!.. – тип танырға тотона.
– Дуҫ-иштәренең шаяртыуы хаҡында аҙаҡ ҡына әйтә Мостай Кәрим.
Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның студент сағы. Илһамланып шиғырҙар яҙа ҡыҙыҡай. Ҡулъяҙмаһын бер көн шағир Хисмәт Юлдашевҡа күрһәтә. Ул Гөлназдың шиғырҙарын уҡып сыҡҡас, һорай икән:
– Ҡайһы шағирҙарҙы яратаһың?
Гөлназ Хисмәт Юлдашевҡа ғәжәпләнгәндәй итеп ҡарай ҙа әйтеп ҡуя:
– Ағай, мин шағирҙарҙы түгел, шиғырҙарҙы яратам!..