Элегерәк беҙҙең яҡта чабан булып эшләгән егет бер ҡыҙға ғашиҡ булған. Ҡыҙ ҙа уға битараф булмауын белдергән. Улар 5 йыл буйына дуҫлашып йөрөгәндән һуң егет өйләнешеү тәҡдимен яһаған. Әммә ҡыҙ унан ҡырҡа баш тартҡан. Күрәһең, был ваҡыт арауығында ул һөйгәненең кем икәнлеген аңлап өлгөргәндер инде. Егеттең тойғолары шул тиклем көслө булғандыр инде, ул көндәр-төндәр буйына һыҡтаған һәм тарихҡа инеп ҡалырлыҡ һүҙ әйткән: “Беҙ бит бер-беребеҙҙе шул тиклем ярата инек. Бер-беребеҙһеҙ йәшәй алмай инек. Нишләп кенә ул мине 5 йыл буйына алдатып йөрөнө икән? Һуң, 5 йыл ул тотош бер баш һарыҡ ғүмеренә тиң...”