+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
5 Декабрь 2018, 17:56

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Ҡотҡар!”

“Ҡотҡар!!!” КПСС заманы. Бер яҙыусының телефоны шылтырай. – Ҡотҡар!!! – тип шылтырата айнытҡыстан уның бер дуҫы. Ләкин яҙыусы уны ҡотҡарырға өлгөрә алмай, эш ҙурға китә. Тегенең айнытҡысҡа эләгеүе тураһында эшенә, горкомға хәбәр итеп тә өлгөргәндәр. Партия комитеты ағзалары йыйылып, быны эшенән ҡыуырға, партиянан сығарырға, тип зыҡ ҡубалар. Яҙыусы дуҫы яҡлап сыҡҡандан һуң, уға шелтә биреп, эшендә ҡалдыралар. Йыйылыш тамамланғас, егеттәрҙе һыйлау өсөн ике шешә ҡыҫтырып та килә теге. Йыуалар. Иртәгәһен яҙыусының телефоны шылтырай...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


“Ҡотҡар!!!”
КПСС заманы. Бер яҙыусының телефоны шылтырай.
– Ҡотҡар!!! – тип шылтырата айнытҡыстан уның бер дуҫы.
Ләкин яҙыусы уны ҡотҡарырға өлгөрә алмай, эш ҙурға китә. Тегенең айнытҡысҡа эләгеүе тураһында эшенә, горкомға хәбәр итеп тә өлгөргәндәр.
Партия комитеты ағзалары йыйылып, быны эшенән ҡыуырға, партиянан сығарырға, тип зыҡ ҡубалар. Яҙыусы дуҫы яҡлап сыҡҡандан һуң, уға шелтә биреп, эшендә ҡалдыралар.
Йыйылыш тамамланғас, егеттәрҙе һыйлау өсөн ике шешә ҡыҫтырып та килә теге. Йыуалар.
Иртәгәһен яҙыусының телефоны шылтырай.
– Ҡотҡар!!! Айнытҡысҡа эләктек!..
“Үлтерә алмай йонсоноғоҙ...”
Студент саҡ. Ятаҡ бүлмәһенә йөрәген услап бер шағир килеп инде.
– Үләм, егеттәр! Ҡойоғоҙ!..
Табабыҙ, ҡоябыҙ. Йышайҙы бит.
Бер көн тағы килеп инде.
– Үләм!.. Ҡойоғоҙ!..
– Әй, үлһәң үл дә...
– Мине үлтерә алмай йонсоноғоҙ инде...
Читайте нас: