0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Декабрь 2018, 16:35

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: “Во, плащ!”

Бер шағирә плащ һатып ала. Килә был урамдан өр-яңы плащ кейеп. Уға шағир Шәриф Бикҡол тап була. Шағирә, плащын күрһәтергә теләпмелер, ағай менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеп тора. Тегенеһе иғтибар итмәгәс, һорап ҡуя: – Плащ нисек, ағай? Шәриф Бикҡол шағирәгә баштан-аяҡ ҡарап сыға ла, баш бармағын сөйөп: – Во, плащ! – ти. Ҡанатланған шағирә өйөнә ҡайтып, плащын сисеп ҡараһа – ирҙәр плащы икән.

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


“Во, плащ!”
Бер шағирә плащ һатып ала. Килә был урамдан өр-яңы плащ кейеп. Уға шағир Шәриф Бикҡол тап була. Шағирә, плащын күрһәтергә теләпмелер, ағай менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеп тора. Тегенеһе иғтибар итмәгәс, һорап ҡуя:
– Плащ нисек, ағай?
Шәриф Бикҡол шағирәгә баштан-аяҡ ҡарап сыға ла, баш бармағын сөйөп:
– Во, плащ! – ти.
Ҡанатланған шағирә өйөнә ҡайтып, плащын сисеп ҡараһа – ирҙәр плащы икән.
Арҡа йыуыш
Композитор Заһир Исмәғилев менән яҙыусы Сәғит Агиш мунса инә. Композитор әҙиптең арҡаһын ҡыҙарғансы ышҡып ташлай, аҙаҡ үҙе өрлөктәй һуҙылып ята эләүкәгә. Ҡаҡса ғына яҙыусы уның ярты кәүҙәһен генә ышҡый ҙа сайынырға китә. Әзмәүерҙәй кәүҙәле Заһир Исмәғилев:
– Ағай, арҡаны тотош ышҡыманың бит! – ти аптырап.
Сәғит Агиш ҡул һелтәй:
– Мин, мырҙам, үҙемдең арҡа хәтле участокты ышҡып бөттөм. Биғәйбә.
Читайте нас: