Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Төпкөл райондарҙың береһендә бер төркөм яҙыусылар халыҡ менән осрашып йөрөй. Урындағы хакимиәт башлығы урынбаҫары әҙиптәрҙе санаторийға урынлаштыра ла, иртән сәй эсерһегеҙ, тип аҙыҡ-түлек тултырылған ҡапсыҡ ҡалдыра.
Иртән шағир Әхмәҙин Әфтәх барыһынан да алдараҡ тороп, телевизор ҡабыҙа. Диктор, Ясир Арафаттың мәрхүм булып ҡалыуын хәбәр иткәс, Әхмәҙин Әфтәх: “Арафат үлгән!” – тип һөрәнләп ебәрә. Шул саҡ бер шағир һикереп тора ла:
– Ай, әттәгенәһе!.. Нишләп иплерәк ҡараманығыҙ?!. – тип ҡапсыҡтарҙы ҡутарырға тотона.
Баҡһаң, “Арафат үлгән!” тигәнде “Араҡы түгелгән” тип ишеткән икән...
80-се йылдар. Бер яҙыусы “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләгән Риф Тойғондо эҙләп килә. Ләкин Риф ағай музейға эшкә күскән икән. Уны таба алмағас, теге әҙип хеҙмәткәрҙәрҙән һорай:
– Музейға тапшырҙыҡ, – тип яуаплай.