Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Бер яҙыусы әллә ҡайһы тарафтарҙан килтергән дарыу үләндәрен араҡыға ҡушып, һатыу итә.
– Шәп дарыу! – ти ул. – Бындай төнәтмә башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ул хатта ракты дауалай!..
– Ағай, үҙегеҙ эсеп ҡаранығыҙмы был дарыуҙы? – тип һораныҡ.
– Юу-у-уҡ!.. Мин сирләшкә генә бит, йә үлеп ҡуйырмын!..
Бер район дауаханаһында баш табип булып эшләгән берәү яҙыусы Әхмәр Үтәбайға шылтырата:
– Ҡарале, теге ваҡытта теш һыҙлауын баҫа торған үлән тураһында һөйләгәйнең. Шуның рецепты нисек ул?
– Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы борос һәм шул сама аджика һалып, болғатып эсһәң, эсең шул тиклем яна, хатта теш һыҙлауы ла онотола... – ти Әхмәр.
– Дә-ә-ә!.. Ә һыуҙы йылытырғамы икән?..