+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Декабрь 2018, 15:32

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: “Ҡара башҡорт, һары башҡорт...”

Чечен республикаһында һуғыш барған осор. Рәлис Ураҙғолов менән Иршат Теләүембәтовты шунда командировкаға ебәрәләр. Рәлис самолетҡа ултыра, ләкин Иршат юҡ та юҡ. Баҡһаң, Иршатты “ҡуңыр” йөҙлө булғаны өсөн Именлек хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан икән. Рәлис барып, хәлде аңлата, дуҫын алып сыға. Самолетҡа ултырғас, Иршат уфтанғандай әйтеп ҡуя: – Ауыр икән ҡара башҡорт булыуҙары... Чечняла йөрөгәндә, ике боевик Рәлис Ураҙғоловтың күкрәгенә автомат терәй. Иршат йүгереп килеп етә, хәлде аңлатып бирә. Боевиктар ҡулынан ысҡынғас, Рәлис әйтә: – Ауыр икән һары башҡорт булыуҙары...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


Ҡара башҡорт, һары башҡорт...
Чечен республикаһында һуғыш барған осор. Рәлис Ураҙғолов менән Иршат Теләүембәтовты шунда командировкаға ебәрәләр. Рәлис самолетҡа ултыра, ләкин Иршат юҡ та юҡ. Баҡһаң, Иршатты “ҡуңыр” йөҙлө булғаны өсөн Именлек хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан икән. Рәлис барып, хәлде аңлата, дуҫын алып сыға. Самолетҡа ултырғас, Иршат уфтанғандай әйтеп ҡуя:
– Ауыр икән ҡара башҡорт булыуҙары...
Чечняла йөрөгәндә, ике боевик Рәлис Ураҙғоловтың күкрәгенә автомат терәй. Иршат йүгереп килеп етә, хәлде аңлатып бирә. Боевиктар ҡулынан ысҡынғас, Рәлис әйтә:
– Ауыр икән һары башҡорт булыуҙары...
“Шәп тә инде!..”
Байтаҡ ҡына әҫәр яҙған бер яҙыусы әйтеп ҡуйҙы:
– Нишләп минең яҙғандарҙы яманлайҙар икән?! Уҡып-уҡып ҡарайым, шәп тә инде!..
Читайте нас: