+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Декабрь 2018, 20:36

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: ““Иҙәндә ятырға тейеш түгел!..””

Өлкән бер шағирҙың бахмурҙан сирләгән сағы икән. Ярты алырға бер нисә тин аҡсаһы етмәй уның. Кешенән һораһаң – оят! Шулай ҙа магазинға инә. Шул саҡ иҙәндә ятҡан көмөш тәңкәне шәйләп, йәһәт кенә үрелеп ала шағир. – Бахыр шикелле баҡыр сүпләйһеңме?! – тип шаяртмаҡсы була уны күреп ҡалған бер танышы. – СССР-ҙың гербы иҙәндә ятырға тейеш түгел! – ти шағир ғорурлыҡ менән.

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


“Иҙәндә ятырға тейеш түгел!..”
Өлкән бер шағирҙың бахмурҙан сирләгән сағы икән. Ярты алырға бер нисә тин аҡсаһы етмәй уның. Кешенән һораһаң – оят! Шулай ҙа магазинға инә. Шул саҡ иҙәндә ятҡан көмөш тәңкәне шәйләп, йәһәт кенә үрелеп ала шағир.
– Бахыр шикелле баҡыр сүпләйһеңме?! – тип шаяртмаҡсы була уны күреп ҡалған бер танышы.
– СССР-ҙың гербы иҙәндә ятырға тейеш түгел! – ти шағир ғорурлыҡ менән.
Нисек эшләй?
Бер гәзит редакцияһына журналист егет эшкә килгәс, баш мөхәррирҙән һорайҙар:
– Теге егет нисек эшләй?
– Һәйбәт эшләй! Һәйбәт!.. – ти мөхәррир. – Ҡыҙҙар декрет отпускыһына китә башланы инде...
Читайте нас: