+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Декабрь 2018, 11:00

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Ҡыҙыҡ хикәйә"

Бер редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Оло ғына йәштәге бер ағай килеп инде. Бүлек мөдире тегеңә ишетелмәҫлек итеп бышылданы: – Йөрөйҙәр шунда эш ҡалдырып!.. Ағай мөдирҙең ҡаршыһына ултырҙы: – Бына, бер хикәйә яҙғайным, – тип ҡулъяҙмаһын һондо. Тегенеһе ҡағыҙҙарҙы алып, битараф ҡына күҙ йүгертте: – Ярай, ҡарарбыҙ, – тине. – Кем булаһығыҙ? Бында исемегеҙ яҙылмаған. – Фәлән Фәләнов мин. Эшҡыуар. Биш-алты магазиным тотам... – Ә-ә-ә... Ҡыҙыҡ!... Бик ҡыҙыҡ хикәйә бит был!.. Ҡарағыҙ әле, быны бит повесть йә роман итеп тә була!..

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


Ҡыҙыҡ хикәйә...
Бер редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Оло ғына йәштәге бер ағай килеп инде. Бүлек мөдире тегеңә ишетелмәҫлек итеп бышылданы:
– Йөрөйҙәр шунда эш ҡалдырып!..
Ағай мөдирҙең ҡаршыһына ултырҙы:
– Бына, бер хикәйә яҙғайным, – тип ҡулъяҙмаһын һондо.
Тегенеһе ҡағыҙҙарҙы алып, битараф ҡына күҙ йүгертте:
– Ярай, ҡарарбыҙ, – тине. – Кем булаһығыҙ? Бында исемегеҙ яҙылмаған.
– Фәлән Фәләнов мин. Эшҡыуар. Биш-алты магазиным тотам...
– Ә-ә-ә... Ҡыҙыҡ!... Бик ҡыҙыҡ хикәйә бит был!.. Ҡарағыҙ әле, быны бит повесть йә роман итеп тә була!..

“Тартаһыңмы?”
Табаҡ битле, ҡыҫығыраҡ күҙле, татарса һөйләшкән бер ағайға яҙыусы Барый Ноғоманов:
– Тартаһыңмы? – ти.
– Мин – башҡорт! Ышанмаһаң, бына, паспортты ҡара, – тип сығышын, нәҫел-нәсәбен теҙеп алып китә был.
– Башҡортлоғоң кәрәкмәй миңә, тартаһыңмы, тим?..
– Ә-ә... Мин “татарһыңмы” тип ишетәм...
Читайте нас: