Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Шағир Ҡол-Дәүләт бер табындан ҡайтырға йыйына. Һәр кем менән ҡул биреп хушлаша. Өлкән йәштәге бер яҙыусы:
- Әле генә күрештең бит, – ти битараф ҡына.
- Беләм. Миңә һеҙҙең менән хушлашыуы рәхәт!..
Ҡыш. Бер шағир төпкөл районға осрашыуға бара. Ҡунаҡханаға урынлаштыралар. Бүлмә һалҡын. Шағир асыуланып:
- Йылытҡысығыҙ ҙа юҡ! – ти.
Ярты сәғәттән бүлмәгә йәш кенә бер ҡыҙ килеп инә. Өшөүҙән ҡалтыранған шағирҙың йәне көйә: