Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Шағир Риф Мифтахов “Һәнәк” журналында эшләгәндә сәғәт 11-ҙәр тирәһенә генә эшкә килә икән. Баш мөхәррир Марсель Сәлимов:
– Төш етә бит, нишләп һуңлап йөрөйһөң? – ти асыуланып.
Риф ағай былай тип яуаплай:
– Зато мин иртә ҡайтам...
– Мин үҙемде ысын шағир итеп тоя башланым, – ти берәү.
– Кит, юҡты һөйләмә. Һин бит эсәһең дә, бисәләр артынан сабаһың.
– Бәй, ысын шағирҙар шулай була инде...