-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
3 Ғинуар 2019, 23:41

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Кем шағир?"

Мәскәүҙән килгән танылған яҙыусыны Башҡортостан Яҙыусылар союзы алдында тулы, йыуан кәүҙәле Риф Тойғон менән сибек кенә Рәмил Ҡол-Дәүләт ҡаршы ала. * Шағир Риф Тойғон, – тип күрешә ҡунаҡ менән Риф ағай. * Шағир Ҡол-Дәүләт, – ти Рәмил ағай. Мәскәү ҡунағы быларға ҡарап тора ла сибек Ҡол-Дәүләткә ишаралап: * Быныһының шағир икәненә ышанам... – ти.

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!



Кем шағир?

Мәскәүҙән килгән танылған яҙыусыны Башҡортостан Яҙыусылар союзы алдында тулы, йыуан кәүҙәле Риф Тойғон менән сибек кенә Рәмил Ҡол-Дәүләт ҡаршы ала.

- Шағир Риф Тойғон, – тип күрешә ҡунаҡ менән Риф ағай.

- Шағир Ҡол-Дәүләт, – ти Рәмил ағай.

Мәскәү ҡунағы быларға ҡарап тора ла сибек Ҡол-Дәүләткә ишаралап:

- Быныһының шағир икәненә ышанам... – ти.


“Үҙе әйтә бит...”

Шағирә Тамара Ғәниеваны эҙләп, өйөнә баралар. Урам һепереүсенән һорайҙар:

- Тамара Ғәниеваның фатирын белмәйһегеҙме?

- Ә-ә-ә, теге бөйөк шағирәме?

- Эйе! Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?

- Үҙе әйтә бит...

Читайте нас: