+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Ғинуар 2019, 15:45

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Йәл..."

“Ағиҙел” журналы редакцияһына 82 йәшлек арҙаҡлы ғалим Рәшит Шәкүр ағай килеп инде. – Берәүҙең балалар өсөн яҙған китабын алғайным, – тине ул, ултырыр-ултырмаҫ. – Уҡыйым-уҡыйым, бер ҡыҙыҡ түгел. Ташлауы йәл – һүрәттәре матур...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!



Йәл...
“Ағиҙел” журналы редакцияһына 82 йәшлек арҙаҡлы ғалим Рәшит Шәкүр ағай килеп инде.
– Берәүҙең балалар өсөн яҙған китабын алғайным, – тине ул, ултырыр-ултырмаҫ. – Уҡыйым-уҡыйым, бер ҡыҙыҡ түгел. Ташлауы йәл – һүрәттәре матур...
“Минең дәүерҙә...”
“Ағиҙел” журналы редакцияһында Рәмил Йәнбәк менән Әхмәр Үтәбай көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултыра. Билдәле сатирик Рәдиф Тимершин килеп инә. Ике шағирҙың шат йөҙөн күреп, былай ти ул:
– Беләһегеҙме, һеҙ ни өсөн шат? Сөнки һеҙ – минең дәүерҙә йәшәйһегеҙ!..
Читайте нас: