0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Ғинуар 2019, 15:00

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Сир"

Шағир Азамат Юлдашбаев сигарет һатып ала. Сигарет ҡабында тәмәкенең ниндәй хәүефле сирҙәр менән янауы тураһында яҙылған. Әйтәйек, “Страдание”, “Ампутация”, “Эмфизема” һәм башҡалар. Был юлы уға “Импотенция” тигәне эләгә. Азамат яҙыуҙы уҡый ҙа, һатыусыға былай ти: – Юҡ, юҡ, быныһы кәрәкмәй. Миңә башҡа сир бирегеҙ...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!



Сир
Шағир Азамат Юлдашбаев сигарет һатып ала. Сигарет ҡабында тәмәкенең ниндәй хәүефле сирҙәр менән янауы тураһында яҙылған. Әйтәйек, “Страдание”, “Ампутация”, “Эмфизема” һәм башҡалар. Был юлы уға “Импотенция” тигәне эләгә. Азамат яҙыуҙы уҡый ҙа, һатыусыға былай ти:
– Юҡ, юҡ, быныһы кәрәкмәй. Миңә башҡа сир бирегеҙ...
Һыйыр
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовҡа бер танышы тап була.
– Күҙлек кейеп йөрөйһөң икән, күҙең күрмәйме ни? – ти теге һаулыҡ та һорашып тормай.
– Күрә!..
– Мине таныйһыңмы һуң? Мин кем?
– Һыйыр...

Читайте нас: