+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Ғинуар 2019, 10:01

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Маҡтау"

Редакция бүлмәһенә шағир Р. Х. килеп инде. Бүлек мөдире менән иҫәнләшкәс: – Яҙғандарыңды уҡып барам, энекәш, – тип һүҙ башланы. – Шәп яҙаһың бит һин, әй! Һәр бер шиғырың йөрәккә үтеп инә. Шиғыр нәҡ шулай һинеке кеүек тетрәткес булырға тейеш. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге бит һин!.. – Ағай, шиғырҙар килтерҙегеҙме?

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


Маҡтау
Редакция бүлмәһенә шағир Р. Х. килеп инде. Бүлек мөдире менән иҫәнләшкәс:
– Яҙғандарыңды уҡып барам, энекәш, – тип һүҙ башланы. – Шәп яҙаһың бит һин, әй! Һәр бер шиғырың йөрәккә үтеп инә. Шиғыр нәҡ шулай һинеке кеүек тетрәткес булырға тейеш. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге бит һин!..
– Ағай, шиғырҙар килтерҙегеҙме?
Аҡса өсөн түгел...
Бер шағир редакцияға шиғырҙарын килтерҙе.
– Беҙҙә гонорар аҙ инде... – тип ҡуйҙы бүлек мөхәррире.
– Беләм-беләм, беҙ аҡса өсөн яҙмайбыҙ бит!.. – тине шағир.
Бер-ике аҙнанан шиғырҙар баҫылып сыҡты һәм шағир редакция бүлмәһенә килеп инде:
– Кем яҙа гонорарҙы? Бухгалтерияғыҙҙа кәпийкә тоттороп сығарҙылар. Тфю, шул да булдымы аҡса! Ҡайҙа әле, мин редакторығыҙға инеп сығайым...
Читайте нас: