+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
4 Февраль 2019, 17:45

Әбүзәрҙән - әҙип мәҙәктәре: "Рәхмәт!.."

Бер яҙыусының ижад кисәһе тамамланғас, урта йәштәрҙәге ҡатын уның янына килеп, ҡулын ҡыҫа: – Ой, рәхмәт һеҙгә!.. Ҙур-ҙур рәхмәт һеҙгә!.. Мин шул тиклем ҡәнәғәтлек кисерҙем! Тик шуныһы ғына насар булды... – Нимәһе насар һуң? – Мин һуңлап килдем шул, һеҙҙең сығышты тыңлай алманым...

Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!


Рәхмәт!..
Бер яҙыусының ижад кисәһе тамамланғас, урта йәштәрҙәге ҡатын уның янына килеп, ҡулын ҡыҫа:
– Ой, рәхмәт һеҙгә!.. Ҙур-ҙур рәхмәт һеҙгә!.. Мин шул тиклем ҡәнәғәтлек кисерҙем! Тик шуныһы ғына насар булды...
– Нимәһе насар һуң?
– Мин һуңлап килдем шул, һеҙҙең сығышты тыңлай алманым...
Автограф
Бер йәш егет автограф алыу өсөн шағир Рәйес Түләккә китап һуҙа.
– Исемең нисек, ҡустым? Кемгә тип яҙайым?
Егет оялсан ғына итеп, былай ти:
– Ҡәҙерлем Таңгөлкәйгә, тип яҙығыҙ...
Читайте нас: