Салауат ӘБҮЗӘР "Әҙиптәр һәм мәҙәктәр" рубрикаһын тәҡдим итә!
Яҙыусылар союзы йыйылышы бара. Күп кенә яҙыусылар баштарын бер яҡҡа ҡырын һалып ултыра. Эргәмдәге М.-дан һорайым:
– Нишләп баштары ҡыйшайып бөткән быларҙың?
– Бәй, белмәйһеңме ни, һуғышта яраланыу арҡаһында Мостай Кәрим башын ҡыйыш һалып йөрөнө бит...
Редакцияға 90-ды ҡыуалаған Рәшит Шәкүр килеп мнде.
– О-о, Ршит ағай! – тип һикереп торҙо Әхмәр Үтәбай. – Һеҙгә шул-шул ауылда йәшәгән шул апай күп итеп сәләм әйтеп ҡалды.
– Әллә... Миңә ғашиҡ ҡатындар күп инде ул...