-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Февраль 2019, 15:09

Иғландарҙан. Энциклопедия һатам.

«Ерән бесәй табылды. Ит магазинына мөрәжәғәт итергә».

«Ерән бесәй табылды. Ит магазинына мөрәжәғәт итергә».

***

«Тәмәке тартмаҫҡа! Беҙгә ғүмерегеҙҙең бер тин дә тормауы билдәле, ләкин бензин ҡиммәт!» (Заправкалағы иғ­ландан).

***

«Энциклопедия һатам. 45 том. Арзан. Хәҙер ул миңә кәрәкмәй. Ике ай элек өйләндем. Ҡатыным барыһын да белә».

***

«Таныш булмаған өләсәйгә урын бир, кемдер һинекенә урын бирер». (Маршруткалағы иғландан).

***

«Теләһә ниндәй байрам барышында һеҙҙе күҙәтәсәкбеҙ, өйөгөҙгә илтеп ҡуясаҡбыҙ, иртән кисә һеҙҙең менән ни булғанын һөйләйәсәкбеҙ һәм күрһәтәсәкбеҙ. Изге хеҙмәт­тәр бюроһы».

***

«Ҡыҙыҡ әңгәмәсе, һылыу, киң күңелле һәм тоғро ҡатын-ҡыҙ ҡатыны, балалары һәм проблемалары булмаған 25 – 33 йәшлек ир-егет менән таныша. Беҙҙең бөтәһе лә алда!»
Читайте нас: