Ҡайһы берәүҙәр йәшәй, алда бер ниндәй яҡтылыҡ юҡ, бәхет йылмаймай. Ә икенселәргә бәхет үҙе килә. Бына, әйтәйек, Ҡасимовты алайыҡ.
Күҙ алдына килтерегеҙ. «Бөркөт» фирмаһы башлығы коридор буйлап килә. Ҡулында сигарет, икенсе ҡулы менән кеҫәһенә һуға, ләкин ут ҡабыҙғысы юҡ. Бына ошо сетерекле мәлдә Ҡасимов юғалып ҡалмай, кеҫәһенән йәһәт кенә ҡабыҙғыс ала ла, башлыҡҡа һона. Башлыҡ, сигаретын тоҡандырып ебәрә лә, ҡабыҙғысты кеҫәһенә һалып ҡуя. Унан күҙен йомоп тәрән итеп төтөн һура.
Ҡасимов – күктең етенсе ҡатында. Бына бәхет! Ут биреү бәхете башҡаларға түгел, уға тейҙе! Шефы алдында ул – Прометей хәҙер!
Бүлмәһенә инеп, өҫтәл артына ултырғас, биләп алған шатлыҡтан саҡ ҡына йырлап ебәрмәне Прометей. «Иң мөһиме, – тип уйлана башланы ул, – һиҙгән кеүек коридорға сыҡтым. Үҙе килә, босс килә! Сигарет тотҡан. Мин ауыҙ асып ҡалманым, ут бирҙем. Ут бирҙем бит! Етмәһә, ҡабыҙғысым да уның кеҫәһенә инеп сумды. Бәхет бер йылмайһа, йылмая икән ул».
Ҡасимов түҙмәне, шат тауыш менән көлөп ебәрҙе. Нәзирә апай, экономистка, ғәжәпләнеп Ҡасимовҡа боролдо:
– Лотереяла аҡса оттоңмо әллә?
– Нимә ул аҡса!? – тине Ҡасимов. – Унан мөһимерәк әйберҙәр бар донъяла.
Һәм ул йәнә татлы уйға батты. «Минең яҡшылыҡты босс, һис шикһеҙ, иҫәпкә аласаҡ! Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирәсәк бит инде ул. Йомарт итеп ҡайтарасаҡ – мине бүлек мөдире итеп ҡуясаҡ!
Кем ул әлеге мөдир Сәфәрғәлиев? Бөжәк! Бына кем ул. Бөжәкте алып ырғытҡас, кем мөдир булып ҡаласаҡ? Мин ҡаласаҡмын. Шунан һуң ай һайын – 65 мең. Бына был тормош, исмаһам! Һәр ай 65 мең шалт кеҫәгә. Бына шунда йәшәй башлармын мин! Ер тетрәтеп йәшәрмен!
Кис менән бокалға маркалы коньякты һалаһың да, лимон һуты өҫтәйһең. Шунан ебәрәһең. Унан һуң ҡара ыуылдырыҡ ҡабаһың… Эх, аҡсаң ғына булһын, йәшәргә була инде ул. Барыһы ла көнләшерлек итеп йәшәргә мөмкин.
Юҡ, нисек итеп бәхет йылмайҙы бит, ә! Ул тартырға сыҡҡайны, босс килә. Ҡулында сигарет. Тик шырпыһы юҡ. Ә Ҡасимов, Прометей була тороп, бәхетен ысҡындырамы һуң инде!? Кеҫәһенән ҡабыҙғыс ала ла, ут бирә. «Яндырып ебәрегеҙ! Рәхим итегеҙ!»
Юҡ, кешегә бәхет йылмайһа йылмая икән ул!
Әммә шул саҡ яман хәбәр еткерҙеләр: шефты ҡулға алғандар! Ҡырын эштәрен һиҙеп, күптән күҙәтеү алып барғандар, имеш. Бәй, Прометейҙың уға биргән ҡабыҙғысы ла вәссәләм бит былай булғас!
Ҡасимов ҡайғыһынан илап ебәрҙе.