Беренсе апрелгә тиклем ике урында эшләнем. Арыйым. Көн дә телде арҡыры тешләп, ҡайтып йығылам. Бынан ҡотолорға булдым. Автобусҡа ултырҙым. Юлда тығын булыу арҡаһында, һуңға ҡалдым. Нисек матур ғына итеп эштән китергә икән, тип уйлап барам. Килеп еттем, хужам үҙенә саҡыртып алды. Кабинетына инеп, йомшаҡ креслоға йәйелеп ултырҙым. “Шулай-шулай, гел һуңлап йөрөгәнең өсөн һинең менән хушлашырға тура килер”, – ти. Ризалаштым. Ғариза яҙҙым. Шунда хужам эсе ҡатып көлөргә тотондо.