+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Апрель 2019, 10:58

Юлда

Командировканан ҡайтып киләм. Аэропортта ҡатыным ҡаршы алды. Минең машина менән. Ярты юлға ла етмәнек, туҡтап ҡалдыҡ. Шунда ғына юлға сы­ғыр алдынан бензин ҡойорға онотҡанлығым иҫкә төштө. Берәйһенән һорар инең, төн булғанғамылыр, машиналар һирәк үтә. Етмәһә, береһе лә туҡтамай. Аптырап, Зубовта йәшәүсе дуҫыма шылтыраттым.

Командировканан ҡайтып киләм. Аэропортта ҡатыным ҡаршы алды. Минең машина менән.

Ярты юлға ла етмәнек, туҡтап ҡалдыҡ. Шунда ғына юлға сы­ғыр алдынан бензин ҡойорға онотҡанлығым иҫкә төштө. Берәйһенән һорар инең, төн булғанғамылыр, машиналар һирәк үтә. Етмәһә, береһе лә туҡтамай. Аптырап, Зубовта йәшәүсе дуҫыма шылтыраттым.

– Йоҡоңдо бүлдергән өсөн икәүләшеп ғәфү үтенәбеҙ, шундай-шундай хәлгә тарыныҡ, ярҙам ит! Мәңге онотмам!

– Көтөгөҙ, хәҙер килеп етәм.

Көтәбеҙ. Ун биш минут үтте, юҡ. Ә беҙҙең янға килергә ни бары 10 минутлыҡ юл. 20 минут… 40 минут… 50 минут… Кү­ренмәй. Теүәл бер сәғәт­тән тегеңә тағы шылтыратам. Көлә.

– Алдамаҡсы булдығыҙмы? Килеп сыҡмаймы? 1 апрель менән һеҙҙе!

Дуҫыма алдашмауыбыҙҙы, ысынлап та, ярты юлда туҡтап ҡалыуыбыҙҙы бик оҙаҡ аңла­тырға тура килде. Тиҙ килеп етте. Бензин алырға ла онот­маған.

Үҙенең һөйләүенсә, ике йыл элек уны кемдер шулай ал­даған икән. Ете төн уртаһында тегене «ҡотҡарырға» барһа, әйтелгән урында эт тә юҡ, ти.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: