Бөгөн иртән эшкә килгәйнем, тәнем шул тиклем һыныҡҡан, ҡыбырлатырлыҡ түгел, һыҙлай. Кисә ныҡ ҡына "бил бөккәйнем", төнгө ялым етерлек һөҙөмтә бирмәгәндер, күрәһең, яйлы эш режимына инә алмай бер булдым. Шулай ҙа ярты сәғәт самаһы ыҙалағандан һуң, саҡ яҙылып киттем.