-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Июнь 2019, 17:29

Сыр

СырҠарға ағаста ултыра, су­ҡы­шында сыр. Төлкө килеп, ағас аҫтына урынлаша ла, гәзитте асып, уҡырға тотона: – Беҙҙең урманда йәшәү­селәрҙең тормошо көндән-көн яҡшыра. Урман хал­ҡының килеме артҡандан-арта. – ??? – Тиҙҙән беҙҙең урманда һәр ботаҡта сыр эленеп торасаҡ. – Ха! – ҡарға шулай тигәс, ауыҙынан сыры төшөп китә. Һығымта: хөкүмәт ҡарар­ҙа­рынан көлөргә ярамай.

Сыр

Ҡарға ағаста ултыра, су­ҡы­шында сыр. Төлкө килеп, ағас аҫтына урынлаша ла, гәзитте асып, уҡырға тотона:

– Беҙҙең урманда йәшәү­селәрҙең тормошо көндән-көн яҡшыра. Урман хал­ҡының килеме артҡандан-арта.

– ???

– Тиҙҙән беҙҙең урманда һәр ботаҡта сыр эленеп торасаҡ.

– Ха! – ҡарға шулай тигәс, ауыҙынан сыры төшөп китә.

Һығымта: хөкүмәт ҡарар­ҙа­рынан көлөргә ярамай.

Элекке эш

Келәт мөдире вазифаһына эшкә урынлашырға утыҙ йәштәр самаһындағы егет килде. Резюмеһын уҡыйым, бурыстары һәм эш шарттары тураһында һөйләйем. Һорайым:

– Һорауҙарың бармы?

– Бар. Өйҙән эшкә тиклемге юлға аҡса түләй­һе­геҙме?

– Юҡ.

– Кеҫә телефоны өсөн аҡса бүленәме?

– Юҡ.

– Төшкө аш бушмы?

– Юҡ.

– Элекке эшемдә былар­ҙың барыһы ла бар ине.

– Ни өсөн ундай шәп фирманан киттегеҙ һуң?

– Ул бөлгөнлөккә төштө.


И. ҺӘҮБӘНОВ.

А. Василов һүрәте.
Читайте нас: