+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
13 Август 2019, 16:37

Рәшит Солтангәрәевте һағынғандарҙың күңеле буласаҡ. Мәшһүр яҙыусының үлемһеҙ көләмәстәренең иң тулы нөсхәһе беҙҙең ҡарамаҡта.

“Роман-Гәзит” форматында сыҡҡан был йыйынтыҡ донъя күреү менән, бик һирәк осрай торған баҫмалар сафында урын алды. Беҙ уны байтаҡ эҙләнек, ләкин тапманыҡ. Рәшит ағайҙың ҡыҙы Гөлнара Рәшит ҡыҙына рәхмәт, ул йыйынтыҡты беҙгә, артабан донъяға күрһәтер өсөн, биреп торҙо.

“Роман-Гәзит” форматында сыҡҡан был йыйынтыҡ донъя күреү менән, бик һирәк осрай торған баҫмалар сафында урын алды. Беҙ уны байтаҡ эҙләнек, ләкин тапманыҡ. Рәшит ағайҙың ҡыҙы Гөлнара Рәшит ҡыҙына рәхмәт, ул йыйынтыҡты беҙгә, артабан донъяға күрһәтер өсөн, биреп торҙо.
Әлегә беҙ көләмәстәрҙе әҙәбиәт һөйөүселәргә Henek.rbsmi.ru сайты аша тәҡдим итергә булдыҡ. Гөлнара Рәшит ҡыҙының ризалығы менән мираҫ “Һәнәк” журналының ҡағыҙ форматында ла донъя күрәсәк. Ә хәҙер һеҙгә Рәшит Солтангәрәевтән баш һүҙ.

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ
БУЛЫР – БУЛМАҪ ХӘЛДӘР
«Булышма кеше менән!» – Әсәйем йыш ҡына шулай әрләр ине. Үҙеңә ҡайтыр, тигәндер. «Булышҡанмындыр» шул, кеше булып ҡыланыу, мәҙәкләү, мәрәкәләү беҙҙең таймаҫтарҙың бер ғәҙәте инде. Ул ғәйеп эш итеп һаналмай, үҙенсә йор һүҙлелек, күңел асыу, булмыш.
Иҫке холоҡ – ташланмай, яңыһы – башланмай, тигәндәй, был холҡом Өфөгә лә эйәреп килгән булып сыҡты – үҙеңдән ҡасып ҡотолоп буламы ни!
Бында ла иптәштәрем, ҡәләмдәштәрем булып ҡыландым, улар хаҡында мәҙәктәр сығарҙым. Мәҙәктәремде һүҙ һыйған кешеләргә: «Һиңә генә һөйләйем, башҡаларға таратма!» – тип иҫкәртеп һөйләнем. Таралмай буламы һуң инде, ауыҙыңдан сығыу менән әллә ҡайҙарға юлланған икән.
Үҙенә ҡағылмағандар, кинәнеп көлөп, «баҫтырып сығар һин уны үҙең тере саҡта, әрәм булып ҡуйырҙар», тип хәстәрлек күрһәтте, үҙенә ҡағылғандары төҫөн боҙоп, «миңә тигәне бик удачно килеп сыҡмаған», тип ситкә боролдо. Шуға ла ошоғаса матбуғатҡа бирмәй килдем.
Ысынлап та, хәстәрлек күреүселәр дөрөҫ әйтә: әрәм булып ҡалыуы бар. Шуға ла көләмәстәремде «Ағиҙел»ебеҙҙең 75 йәше тулған көнөндә иғлан итергә булдым. Бөтәһен дә түгел инде, ҡатыраҡтары ҡалды.
Ярай, үпкәләгәне үпкәләр, пенсияға сыҡҡас та шөрләп ултырып булмай бит инде. Шуны иҫкәртәм: тормошта булған хәлдәрҙе айырым күрһәттем, яртылаш ысын, яртылаш уйҙырма икәндәре «уйынлы-ысынлы» булып китте. Ҡалғандары – ижад.

Читайте нас: