+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Октябрь 2019, 13:12

Мөхәббәт, комсомол һәм яҙ ҡайҙа? Илья Криштул.

...Улым комсомол идеялары менән рухланды. Ғаиләлә ячейка ойошторҙо, иғәнә йыйҙы ла... юғалды.



– Һин комсомолдың нимә икәнен беләһеңме? – тип һораным өлкән улымдан.

– Шуны ла белмәҫкә... “Комсомолдар, беҙ иреклеләр, ҡырыҫ осор балалары...”

– Ә осор ни өсөн ҡырыҫ булған? – тип һорайым.

– Ни өсөн нисек? БАМ, Кобзон, ГУЛАГ, торғонлоҡ, олимпиада, Ленин, тимер шаршау, Лещенко менән Винокур.

Һәйбәт йыйылма, тип уйлайым, илебеҙҙең бөйөк тарихы туғыҙ һүҙҙә, тик Сталин менән Пугачева ғына етмәй. Ярай, ул 90-сы йылдарҙа тарҡалыу осоронда уҡыны, барыһы ла осон осҡа ялғап йәшәне, уҡытыусылар баҙарҙа һатыу итте, дипломдар ер аҫты үткәүел­дәрендә һатылды, тәрбиә, белем ҡайғыһы булманы. Ярай әле, әлдә һөйләшә белә. Уртансы ҡыҙым янына барҙым, ул именерәк осорҙа уҡыны, әле икенсе юғары белем ала. Дөрөҫ, тәүгеһе һымаҡ, түләүле, йыш ҡына кеҫәгә һуға.

– Машенька, – тим, – һин комсомол­дың нимә икәнен беләһеңме?

– Әлбиттә! – тип яуаплай. – Беҙҙә унан бер ҡыҙ уҡый. Амурҙағы комсомол. Ул ҡайҙалыр бик йыраҡта. Һигеҙ сәғәт осорға кәрәк. Әмирәттәр аръяғында, тимәк.

Ауыр һуланым. Ни эшләйһең, ул мәғариф реформаһына эләкте, БДИ индерҙеләр, педагогтар аптырап ҡалды, башҡаса эшләй башланы, нимә уҡытырға икәнен береһе лә аңламаны, ә түләүле институттар бизнес ул, белем бирмәй... Кесе ҡыҙымда өмөт бар әле, 13 йәш. Һәйбәт мәктәп, уҡытмайҙар, ә килешеүҙә яҙылғанса, клиенттарға тейешле күләмдә мәғариф хеҙмәте күрһәтәләр. Уның ҡарауы, уҡытыусылар һөйкөмлө, уҡыусыларҙы театрҙарға йөрөтәләр, төрлө экскурсияларға...

– Ксюшенька, һин комсомолдың нимә икәнен беләһеңме?

Шунда яныбыҙға өлкән улым килде.

– Мин гуглланым,* – ти. – 1977 йылда СССР-ҙың 14 йәштән алып 28 йәшкә тиклемге бөтә халҡы комсомолда торған! 36 миллион кеше, барыһы ла иғәнә түләгән! Бер тәңкәнән алғанда ла... Мин хәҙер калькуляторҙа иҫәп­ләйем... Комсомолды яңынан тергеҙер­гә кәрәк!

Кесе ҡыҙым шунда уҡ бер күҙе менән смартфонға текәлде.

– Атай, Йәштәрҙең Ленинсы Коммунистик Бөтә Союз Союзы ул. Мин бындағы бер һүҙҙе беләм – “йәштәр”. Ә “Бөтә Союз Союзы” нимә ул? Ни өсөн уның тыуған көнө Хэллоуин** менән тап килә тип әйтерлек?

Саҡ иламаным...

Ныҡ көйәләндем, әлбиттә. Комсомол­дың йөҙ йыллыҡ юбилейы, ул 74 йыл тәрбиәләне һәм көрәште, тормошҡа ашырҙы һәм алдан сараһын күрҙе, һаҡланы һәм йәлеп итте, әҙерләне һәм маҡсатына өлгәште, өйрәтте һәм тупланы – һәм нимә? Әгәр “гугллаһаң” ойошма йәш быуын хәтерендә Хэллоуиндан ике көн алдан тыуған булып тороп ҡаласаҡмы? Ә унан күпме дан­лыҡлы кешеләр сыҡҡан! Күпме герой­ҙар! Дөрөҫ, енәйәтселәр менән һатлыҡ йәндәр ҙә комсомолдан сыҡҡан, әммә был хаҡта һөйләп тормайбыҙ. Үлгәндәр хаҡында бер нәмә лә әйтмәйҙәр йәки яҡшыһын ғына һөйләйҙәр. Ә комсомол, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлде. Иғәнәләр түләүгә ҡарамаҫтан...

Минән әле лә ете төн уртаһында уятып: “Комсомолдың нисә ордены бар? Ни өсөн бирелгән?” – тип һораһағыҙ, бер секунд та уйламай: “Алты!” – тип яуап бирәм. Граждандар һуғышы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены беренсе биш йыллыҡ өсөн... Артабан исемлек буйынса. Минең ҡатыным да – ошо наҙан балаларҙың әсәһе лә – мәктәптең элекке комсомол секретары! Беҙҙең ғаиләләге барлыҡ ғауғалар ҙа уның элекке комсомоллығы арҡаһында! Ул мине йә кулак яһай, йә дачала сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерергә мәжбүр итә, йә комсомол путевкаһы буйынса ямғырҙа ла, ҡарҙа ла магазин­ға оҙата, йә хеҙмәтсәндәрҙең бәхете өсөн көрәшә, мине дуҫтарым янына ебәрмәй... Характеры Павка Корчагин плюс Паша Ангелина.


Яңынан балаларым янындамын.

– Илебеҙҙең киләсәге! – тим. – Корчагиндың кем икәнен беләһегеҙме?

Тынлыҡ... Һуңынан илебеҙҙең килә­сәге ҡолаҡсында ултырыуын күрҙем. Ҡолаҡсындарын тартып алып, ҙур булмаған телмәр тоттом, йәнәһе, исемең комсомол икән, уны эштәрең менән нығыт. Аҙаҡтан йырларға тәҡдим иттем. Һуҙҙым: “Беҙҙең поезд, алға ос...” “Тәгәрмәстәр, шыҡылдағыҙ, – тип дауам итте өлкән улым. – Кондуктор, тормозға баҫ...” “Кондуктор ашыҡмай, кондуктор минең яратҡан ҡыҙым менән торғанды аңлай...” – тип ҡушылды уртансы ҡыҙым. Кесеһе тамамлап ҡуйҙы: “...Был бура таяғын Снуп Догтан*** сәлдерҙем, сәбәбе етди: ишетәһеңме, һин ниңә тупаҫ? Ә? Ә?” Яңынан күҙҙәремә ҡарттар йәше тулды...


Шул кәрәк миңә. Комсомол булмаһа ла, әммә спортсменка, бик һылыу бер чиновник ҡатын бик дөрөҫ әйткәнсә, дәүләт минән балалар тыуҙырыуҙы үтенмәне. Шулай булғас, бында дәүләттең бер ҡыҫылышы ла юҡ, үҙем ғәйепле, ә дәүләт асылда бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел. Ә бына комсомол булһа, һәйбәт йырҙар йырлар ине, мәктәп уҡытыр, ә хеҙмәттәр күрһәтмәҫ ине... Былай мәктәп бер нәмә лә тейеш түгел, балаларҙы ул тыуҙырмаған да баһа...


Әйткәндәй, улым комсомол идеялары менән рухланды. Ғаиләлә ячейка ойошторҙо, иғәнә йыйҙы ла юғалды. Таң атыр алдынан ғына ҡайтты. Ҡайһы бер һуң тыуған комсомолдар ҙа шулайта. Аҡса менән юғалалар ҙа Лондонда табылалар.


Быларҙың береһе лә ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел. “Хәҙерге йәштәр муллыҡҡа күнеккән, улар бик насар ғәҙәт менән айырылып тора, абруйлы кешеләрҙе күрә алмай, өлкәндәрҙе хөрмәт итмәй. Балалар ата-әсәһе менән бәхәсләшә, ҡомһоҙланып ашай, уҡытыусыларҙы интектерә”. Былар комсомол тарҡалғансы 2500 йыл элек әйтелгән. Кем тарафынан? Гугллағыҙ.


Беҙҙең йәштәр менән ВЛКСМ-һыҙ ҙа барыһы ла һәйбәт буласаҡ, дәүләт вәкилдәре лә бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел. Беләһегеҙме, һеҙгә ни өсөн йәштәр белемһеҙ, тәрбиәһеҙ, алама ғәҙәтле булып тойола? Сөнки беҙ әллә ҡасан инде йәш түгел, ә был ҡурҡыныс. Һәм үкенесле. Сөнки ҡайһы берҙә “ыштан балаҡтарын төрөп, комсомол артынан йүгерге килә...” Ләкин хәҙер төрөлгән балаҡ менән йүгерергә һуң инде.


Ә комсомол йәл, әлбиттә. Мин “диңгеҙҙә һуғышлы уйнаған” комсомол йыйылыштарын, шараплы комсомол субботниктарын, портвейнлы комсомол дружиналарын шул тиклем яратам. Ә һылыу комсомолкалар менән комсомол кисәләре? Әлеге һылыуҙар беҙҙе­келәр­ҙең тырнаҡ осона ла тормай, улар ВЛКСМ Уставын ятҡа белде, Марксты уҡыны. Ә нисек үбешәләр ине...

Уставта ла, Маркста ла был хаҡта яҙылмаһа ла.


Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.


*Google ярҙамында интернеттан мәғлүмәт эҙләү.

**Хэллоуин – Бөйөк Британиялағы популяр байрам, уны 31 октябрҙә кистән билдәләйҙәр.

***АҠШ актеры, продюсер, рэпер.
Читайте нас: